Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
3 Марта 2022, 10:22

ҠАҘАН ТӨБӨНДӘГЕ ҠОРОМ.

Ауылдың ҡайһы бер кешеләренең зарланғанын ишетәм дә, үҙебеҙ үҫкәнваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, тәрән уйға батам...

Добавить в предпочтительные источники Google
ҠАҘАН ТӨБӨНДӘГЕ ҠОРОМ.ҠАҘАН ТӨБӨНДӘГЕ ҠОРОМ.
ҠАҘАН ТӨБӨНДӘГЕ ҠОРОМ.

Ауылда, хәҙер электр уты балҡып тора! Шәм лампаһы ярылһа, лампа менән кәрәсин эҙләйһе юҡ. Утын ташып мейескә яғаһы юҡ! Һәр өйгә газ ингән. .Көйәнтәләп Эйеккә, йә булмаһа күрше ҡотоғона һыуға югерәһе түгел. Һыу өйгә генә индерелгән. Этләнеп кер һабынын һөртә-һөртә кер йыуаһы юҡ. Кер йыуыу машинаһына керҙе йыйып ҡына һалаһың! Иҙәнде ҡырып йыуаһы юҡ. Һәр өйҙөң иҙәне буялып, затлы балаҫтар түшәлгән. Йәй көндәре етһә, йәшенә-йәшенә, урман эстәренән соҡоп бесән сабаһы юҡ. Утын әҙерләйһе юҡ. Кеше күберәк рәхәт йәшәгән һайын, эш юҡлыҡҡа зарлана. Хәҙерге йәш-елкенсәк белмәй шул, ауыл халҡының элек нисек йәшәгәнен!Шулай булһа ла бер кем тормошҡа зарланманы. Йәй етһә, "утын-бесәнде ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп, ваҡытын табып, нисек әҙерләргә?"-тип көйәләр ине.
Беҙҙең Бикбулат ауылына,1956-сы йылдар тирәһе радио индерҙеләр. Әле ул радио һәр бер кешелә юҡ. Минең Басира апайым радио үткәргәс, шул радионан концерт тыңлар өсөн, аръяҡҡа сыға инек. Шул йылдарҙан әҙ генә алдараҡ электр утын үткәрҙеләр. Шул ваҡытта ғына ауыл халҡы еңелерәк тын ала башланы.
Беҙ үҫкәндә, йәй көндәре етһә аласыҡҡа сығалар ине. Хәйер ул
ваҡыттарҙың үҙенең бер матурлығы бар ине. Аласыҡта. усаҡ яғып һөт йылытаһың. Икмәк һалғанда мейес күмерен һүндереп, үле күмер менән сәй ҡайнатаһың. Аласыҡ иҙәне ер була торған ине. Уны тап-таҙа итеп һепереп ҡуяһың. Аласыҡта, йә булмаһа урамға сеперәктән һуғылған балаҫ йәйеп шунда сәй эсәһең. Өйгә йоҡлар өсөн генә инә торған инек. Әле йәшерәктәр һарай башында йоҡлай. Иртәнсәк шундай рәхәт! Йоҡо аралаш һыйырҙың көйшәгәнен, йә булмаһа һыйыр тиҙәге төшкәнен, һейгәнен йоҡо аралаш ишетеп ҡалаһың. Тәмле хуш еҫле йомошаҡ бесәнгә күмелеп йоҡлайһың. Ул ваҡыттарҙа беҙҙең ата-әсәйҙәребеҙ, “Рәхәткә сыҡтыҡ, Аллаһыға шөкөр!”-тип, ҡыуанып йәшәйҙәр ине.
Бына шундай ваҡыттарҙа, ауылға ҡайтыр өсөн ҡыш буйы аҡса эшләп, Ташкенттән беҙҙә булмаған өрөк, йөҙөм, алмалар тейәп, хатта арбуз менән ҡауын да алып, ҡыҙҙарым менән Ташкенттән отпускаға ҡайтам. Ауылға ҡайтырға ҡыҙҙарым да ярата. Башҡортса һөйләшергә өйрәнеп, ауыл эштәренән дә баш тартмайҙар ине. Шулай, бесән ваҡытында ауылға ҡайтып төштөк.
Бәләкәй ҡыҙым Ильмираға ун ике йәштәр тирәһе ине. Ашарға бешерерлек ҡыҙ. Йәй, эштең иң ҡыҙыу сағы. Миндә әсәйем менән атайыма бесән эшендә ярҙам итәм. Шулай, иртәнсәк урамда ултырып сәй эстек тә, Ильмираны, беҙ бесәндән ҡайтыуға картуф бешереп ҡуйырға ҡушып, үҙебеҙ күмәкләп болонға киттек. Күбәләр күбәләп, ҡояш байыр алдынан ғына, арып-талып,ҡайтып, ҡапҡаны асып ебәрһәк, аптырап киттек! Ильмираның бите ҡап-ҡара булып ҡоромға буйалып бөткән. Ҡара ҡором араһынан ҡара күҙҙәр генә йылтырай! Үҙе урам уртаһына ултырған да, үкһеп илай. Мин иң беренсе, берәй ерен яндырғандыр тип уйлап, ҡурҡып киттем дә, әйләндереп –әйләндереп ҡарайым. Янған ере күренмәй. Ҡапыл, күҙем, төбөн әйләндереп һалып ҡуйған усаҡтың ҡара ҡаҙанына төштө. Ильмира картуфты бешерергә һалыр алдынан, һөт ҡайнатҡан ҡаҙанды йыуырға булған икән. Ауылда йәшәгән кеше белә, усаҡ сығарғанда уҡ, нығытып, һылап ҡуйыла. Ауыр ҡаҙанды, нисек тартып сығарғандыр бала, уныһы билгеһеҙ. Көнө буйына, ҡаҙан төбөнә йыйылған ҡоромдо күрше ҡотоғонан һыу ташып, күпме генә йыуһа ла бөтөрә алмаған. Ауыл кешеһе белә, һыуыҡ һыу менән ҡоромдо б!т!р!п булмай, һылаша ғына. Ильмира йыуған һайын күберәк үҙе ҡоромға буялған. Билгеле беҙ уны әрләмәнек. Әсәйем Ильмираның битен, тәнен май менән һөртөп, эҫе һыу менән йыуып, саҡ бөтөрҙөк. Аҙаҡ,әсәйем мәрхүм тиҙ генә ҡаҙанды урынына ҡуйып һылағансы, беҙ картуф әрсенек. Геүләтеп ҡаҙан төбөнә ут яғып. сәй ҡайнаттыҡ. Ярты сәғәт үтеүгә беҙ көлөшә- көлөшә урамдағы йәшел үләнгә балаҫ түшәп тәмләп сәй эсә инек. Шуныһы ҡыҙыҡ, шул
ваҡыттағы сәй тәме онотолмай. Нисек кенә итеп ҡайнатһаң да, хәҙерге
сәйҙәр тәмле лә, хуш еҫле лә түгел кеүек.

Рәхимә Вәлиуллина

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас