Даирә
+26 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
28 Февраля 2022, 04:04

Хәрби-спорт уйыны гөрләне

Үткән аҙнала “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Сихонкин ауылында йәш армеецтарҙың район-ара “Зарница” хәрби-спорт уйыны гөрләп үтте. Сираттағы был сара Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналғайны.

Хәрби-спорт уйыны гөрләнеХәрби-спорт уйыны гөрләне
Хәрби-спорт уйыны гөрләне

Бер нисә этаптан торған ярышта Ҡабаҡ һәм Сихонкин мәктәптәре, Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусыларынан һәм шулай уҡ Ауырғазы менән Ғафури райондары вәкилдәренән торған 5 команда ҡатнашты.

Уйын башланыр алдынан бөтә командалар ҙа Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына бағышланған  һәйкәл янына йыйылдылар. Уларҙы район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сәләмләп, иң изге теләктәрен юлланы. Һәйкәлгә гөлләмәләр һалыу тантанаһынан һуң яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн бер минутҡа тынлыҡ урынлашты.

Артабан командалар сафтарға теҙелеп Сихонкин мәктәбенә йүнәлде. Бында ҡыҙыу ярыш башланып та китте. Уҡыусылар хәрби тарих буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, медицина өлкәһендәге белемдәрен күрһәттеләр, ГТО нормаларын тапшырҙылар. Шул ук ваҡытта командалар вәкилдәре саф һауала саңғыла ярышыу, автоматты һүтеп-йыйыу, пневматик ҡоралдан атыу буйынса эстафета ярышында дәррәү ҡатнашты. Уларға көйәрмәндәр һәм тренерҙар дәрт өҫтәп торҙо.

“Зарница” уйыны бик көсөргәнешле барҙы. Бер нисә сәғәт эсендә үҫмер егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең белемен дә, етеҙлеген дә, көсөн дә, отҡорлоғон да күрһәтергә өлгөрҙө. Шулай итеп күңелле һәм сәмле ярыш тамамланып, еңеүселәрҙе билдәләргә лә ваҡыт етте.

Бөтә һынауҙарҙың уңышлы үтеп һәм иң күп мәрәй йыйып, Ҡабаҡ мәктәбе уҡыусылары был ярышта еңеү яуланы. Икенсе урынға Ауырғазы районы командаһы сыҡһа, өсөнсө һөҙөмтә Сихонкин командаһына эләкте. Уларҙың барыһына ла дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.

Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, рухи һәм физик яҡтан сыныҡтырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау һәм шулай уҡ буласаҡ һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү өсөн бындай уйындар ҙур роль уйнай. 

Розалия НАЗАРОВА

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас