Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
25 Февраля 2022, 16:13

“Омикрон”дан тауышың бөтһә...

“Омикрон” йоҡторған күптәр тамаҡ ауыртыуға, тауыш “ултырыуға”,  хатта уның юғалыуына зарлана. Вирус ни рәүешле тауышты  “бөтөрә”?  “Российская газета” баҫмаһына биргән интервьюһында табип-оториноларинголог Аза Мәхмүдова шул турала бәйән итә.

“Омикрон”дан тауышың бөтһә...“Омикрон”дан тауышың бөтһә...
“Омикрон”дан тауышың бөтһә...

“Омикрон” йоҡторған күптәр тамаҡ ауыртыуға, тауыш “ултырыуға”,  хатта уның юғалыуына зарлана. Вирус ни рәүешле тауышты  “бөтөрә”?  “Российская газета” баҫмаһына биргән интервьюһында табип-оториноларинголог Аза Мәхмүдова шул турала бәйән итә.

“Омикрон” йоҡторған күптәр тамаҡ ауыртыуға, тауыш “ултырыуға”,  хатта уның юғалыуына зарлана. Вирус ни рәүешле тауышты  “бөтөрә”?  “Российская газета” баҫмаһына биргән интервьюһында табип-оториноларинголог Аза Мәхмүдова шул турала бәйән итә.

 – “Омикрон” ковидтың башҡа төрҙәренә ҡарағанда үпкәгә һирәгерәк эләгә, сөнки вирус өҫкө тын юлдарында оҙаҡҡа “тотҡарлана”.  Был иһә фарингитҡа – йотҡолоҡтоң артҡы стенкаһы ялҡынһыныуына килтерә. Ялҡынһыныу төпкәрәк төшкәндә ларингит башлана, тамаҡ һәм тауыш бәйләүестәре зарарлана. Шул сәбәпле тауыш үҙгәрә, йә бөтә, – тип аңлата табип.

Ул инфекция арҡаһында тамаҡтары ауыртҡан кешеләргә бер нисә ябай ғына кәңәш бирә:

 – һауаны дымландырыусы ҡорамалдар файҙаланығыҙ  – бүлмәләге һауа дымлылығы 35-40 проценттан күберәк булырға тейеш. Ҡышын, ғәҙәттә, йылытыу батареялары ҡыҙыу булыу арҡаһында фатирҙа һауа бик ҡоро була;

– тамаҡ ауыртыуын кәметеү өсөн, эвкалипт, шалфей кеүек үҫемлек экстракттары ҡушылған  шифалы “ҡаҡ” (пастилка) һурырға мөмкин. Улар ялҡынһыныуҙы кәметә һәм тамаҡтың лайлалы тышсаһын еүешләүсе төкөрөк бүленеп сығыуына булышлыҡ итә;

– тамаҡ ауыртҡанда дарыуҙарҙы табип тәғәйенләүе буйынса ғына эсергә кәрәк. Әгәр тауыш өс көндән ашыу асылмай икән, табип-оториноларингологҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас