Даирә
+14 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
24 Февраля 2022, 10:34

Тыуған яҡтан күстәнәс

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбенең 5«Б» класы уҡыусылары әлеге көндә әрме сафында хеҙмәт иткән ике һалдатҡа посылка һалырға ҡарар иттеләр.

Тыуған яҡтан күстәнәсТыуған яҡтан күстәнәс
Тыуған яҡтан күстәнәс

Класс етәкселәре Рәсимә Миҙхәт ҡыҙы Ибраһимова менән бергә балалар иң тәүҙә магазинға барып, күстәнәскә тиҙ боҙолмай торған төрлө тәм-томдар һайлап һатып алдылар. Аҙаҡтан улар бөтә класс менән почта бүлексәһенә йүнәлделәр. Унда уҡыусылар күмәкләшеп ҡумтаға күстәнәстәрен теҙеп, үҙҙәренең изге теләктәрен әйтеп, посылканы адресаттарға оҙаттылар. Посылканың береһе Белгород өлкәһенең Валуй районында хеҙмәт иткән Алмаз Шәриповҡа, ә икенсеһе Омск ҡалаһында хәрби бурысын үтәгән Вадим Борхановҡа юлланды.

Балалар үҙҙәренең ошо бәләкәй генә изге эшенән бик ҡәнәғәт ҡалдылар. Бындай сара үҫмерҙәрҙә ватансылыҡ тойғоһон булдырыуҙа, буласаҡ һалдаттарҙы патриотик рухта тәрбиәләүҙә ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.

Ватан алдындағы бурысын үтәгән яҡташ егеттәребеҙ тыуған яҡ сәләмдәрен һәм күстәнәстәрен алып ҡыуанырҙар тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас