

Ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләүсе Фәнил Шәмсетдин улы осрашыуға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәтен белдергәс, үҙенең яңы ғына мейестән сыҡҡан китабының яҙылыу тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте:
- Бөгөнгө көн ваҡиғаларға бай булды. Иң тәүҙә үҙем белем алған Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы гимназияла булдым, шунан һуң Бишауыл-Уңғар ауылында уҡыусылар менән осраштыҡ. Минең журналистика менән бәйле эшмәкрлегемә 47 йыл булып киткән. Белеүегеҙсә, ошо дәүер эсендә бик күп ерҙәрҙә хеҙмәт иттем. Шул уҡ ваҡытта, 2000-се йылдарҙан алып тыуған ауылым – Малайҙың тарихын да ныҡлап өйрәнергә ваҡыт таптым. Сираттағы өр-яңы китабымды “Яңыртылған хәтирәләр” тип атаным. Уның тиражы күп түгел, 100 экземпляр ғына. Мин уны үҙем, үҙемдең туғандар, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр, дуҫтар өсөн генә яҙҙым. Китапта үҙемдең мәҡәләләр, минең турала публикациялар һәм бик күп иҫтәлекле фотолар урын алған.
Фәнил Ҡоҙаҡаевтың тормош юлы, эшмәкәрлеге хаҡында артабанғы һүҙҙе алыусы Фәнзил Бүләк улы белешмә биреп үтте.
- Фәнил Шәмсетдин улы менән беҙ замандашбыҙ. Беҙҙең йәш араһы ни бары 1 йыл да 7 көн генә. Беҙҙең ҡараштарыбыҙ бер, беҙҙең фекерләүебеҙ бер, ғөмүмән әйткәндә, беҙҙең даирәбеҙ бер, - тине ул һәм бер нисә шиғырын уҡып та ишеттерҙе.
Миҙхәт Ғәндәлиф улы ла иң тәүҙә бөгөнгө көндә сығыш яһаусы һәр кем менән ғорурланыуы тураһында белдерҙе. Шунан ул Фәнил Ҡоҙаҡаевтың бик күп яҡшы сифаттарын һанап үтте һәм “Үҙегеҙ ҙә дәрәжәле, Ҡырмыҫҡалы халҡын да шундай дәрәжәгә күтәрәһегеҙ” тигән һүҙҙәренә ҡушып, юбилярға үҙенең китабын бүләк итте.
Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы 70 йәшлек оло юбилейы менән Фәнил Шәмсетдин улын ҡотлап, иң изге теләктәрен әйтте:
- Етмештә лә һеҙ күптәр өсөн ана шул Малайҙың малайы булып ҡалаһығыҙҙыр, моғайын. Ғүмер буйына һеҙҙең шулай сабыр, баҫалҡы, тыныс булыуығыҙға һоҡланып та, көнлөшеп тә йәшәйем. Һеҙ саҡ кешене тыңлай беләһегеҙ, кешенең хәленә инәһегеҙ һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тораһығыҙ. Бындай сифатҡа эйә кешеләр һирәк ул, - тигән матур һүҙҙәрен әйтте.
Бик күп изге теләктәргә, йылы һүҙҙәргә бай булған осрашыу кисәһен тамамлап, Ҡырмыҫҡалы мәғлүмәт үҙәге директоры Ринат Шайбәков муниципаль район советы исеменән Почет грамотаһы һәм редакция исеменән бүләк тапшырҙы.
Розалия НАЗАРОВА
Автор фотоһы