+15 °С
Облачно


Ингредиенттар:
- 3 сынаяҡ йылы һыу
- 1/2 сынаяҡ шәкәр
- 6 аш ҡалағы шыйыҡ май
- 1 аш ҡалағы тоҙ
- 2 аш ҡалағы ҡоро сүпрә
- 2 йомортҡа
- 7-9 сынаяҡ он
Әҙерләү:
Барыһын бергә бутап, ҡамыр баҫабыҙ ҙа йылы урынға ултыртабыҙ. Ҡамыр ҡалҡҡан һайын баҫып торабыҙ. 1-2 сәғәттән ҡамыр әҙер. Йомро икмәк, рогаликтар һәм башҡа бик күп тәмлекәстәр эшләргә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Римма Тайбугина.
Нәзәкәт төркөмөнән.