Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
22 Февраля 2022, 16:48

Республикала халыҡты диспансерлаштырыу башланды

Башҡортостанда өлкәндәрҙе һәм балаларҙы диспансерлаштырыу тергеҙелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул Сovid-19 буйынса хәлдең тотороҡһоҙ булыуына бәйле тутатылғайны. Был граждандарҙың айырым категорияларын диспансерлаштырыу, шулай уҡ көндөҙгө стационар шарттарында медицина ярҙамы күрһәтеүгә лә ҡағыла. Ҡарар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса Радий Хәбиров етәкселегендәге республика оператив штабы ултырышында ҡабул ителде.

Республикала халыҡты диспансерлаштырыу башландыРеспубликала халыҡты диспансерлаштырыу башланды
Республикала халыҡты диспансерлаштырыу башланды

Диспансерлаштырыу 18-39 йәшлектәргә — өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын уҙғарыла.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2022 йылда 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 йәки 39 йәше тулғандар, шулай уҡ ковид менән сирләгәндәр тикшереү үтергә тейеш.

Тикшереүгә, диспансерлаштырыуға йәки профессиональ тикшереүгә Дәүләт хеҙмәттәре, 122 телефоны аша йәки поликлиникаға шылтыратып, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы докторы Берҙәм медицина порталында яҙылырға мөмкин. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-22/v-bashkirii-vozobnovili-dispanserizatsiyu-naseleniya-2702593

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас