Даирә
+13 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
22 Февраля 2022, 18:00

Диспансер тикшереүе үтә алаһығыҙ

Сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ойошторолған диспансерлаштырыу коронавирус таралған мәлдә туҡтап ҡалғайны. Хәҙер ул тергеҙелде. Әйткәндәй, яман вирус бөтмәне әле...

Диспансер тикшереүе үтә алаһығыҙДиспансер тикшереүе үтә алаһығыҙ
Диспансер тикшереүе үтә алаһығыҙ

Диспансер тикшереүен 18 – 39 йәшлектәргә – һәр өс йыл, ә 40-тан үткәндәргә йыл һайын үтергә кәрәк.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрплығы мәғлүмәттәренсә, быйыл профилактика өсөн тикшереүҙе 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36, 39 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр үтә. Шулай уҡ коронавирус менән ауырыусылар ҙа тикшерелергә тейеш.

Диспансерлаштырыуға “Госуслуги” порталында, 122-гә һәм үҙегеҙ беркетелгән поликлиникаға шылтыратып яҙылырға мөмкин. Доктор РБ. Берҙәм медицина порталында ла була.

Һаулығығыҙға етди ҡарағыҙ!

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-02-22/dispanser-tikshere-e-t-ala-y-y-2703062

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас