

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә республикала Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары халҡын эвакуациялау буйынса оператив штаб ойошторолоуы хаҡында һөйләне.
“Тиҙҙән ике меңгә яҡын ҡасаҡты ҡабул итәбеҙ. Беҙ мобиль урынлаштырыу пункттары астыҡ. Уларҙы йылы ҡабул итеүгә айырыуса иғтибар бирергә кәрәк, унда оло йәштәгеләр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар бар. Уҡыусылар мәктәп кәрәк-яраҡтары, дәреслектәр менән тәьмин ителергә һәм мәктәптә уҡый башларға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына ҡабул итеү пункттарының әҙерлеген шәхсән тикшерергә ҡушты, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика шифаханаларын ҡасаҡтарҙы урынлаштырыуға әҙерләргә бурыслы.
“Шуныһы ҡыуаныслы (беҙҙә башҡаса булғаны юҡ): Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәре үк Донбастан килгән ҡасаҡтарға ярҙам итергә теләк белдерә башланы”, – тине республика етәксеһе.
Башҡортостанда ЛНР-ҙан һәм ДНР-ҙан эвакуацияланған граждандарға гуманитар ярҙам күрһәтеү иғлан ителеүе хаҡында билдәләп китәбеҙ.
Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса ҡабул ителә.
Эш режимы: дүшәмбе-йома – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем.
Шәмбе-йәкшәмбе – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға хәтлем.
Йәмәғәтселек ярҙамы штабының Берҙәм кол-үҙәге: 8 (347) 218-19-19.
Шылтыратыуҙар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр ҡабул ителә.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Автор: башҡортостан ҡыҙы