Даирә
+4 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
18 Февраля 2022, 08:44

Кәрәкле доғалар

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Был бик кәрәкле доғаларҙы үҙегеҙҙең диуарҙарығыҙға һаҡлап ҡуйығыҙ һәм һәр саҡ ҡабатлап тороғоҙ. Әлбиттә, ятлап алһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Кәрәкле доғаларКәрәкле доғалар
Кәрәкле доғалар
Теләгең ҡабул булһын өсөн:
"Аллаһүммә инни әсъәлүкә үә әтәәүәжжәһү иләйкә бинәбиййикә Мүхәммәдин нәбирахмәти фи хәжәти һәиһи литукәдаа лиифәшәффәғһү фиййә".
Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Мин һинән үтенәм һәм һиңә Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша мөрәжәғәт итәм: ул – шәфҡәт һәм мәрхәмәт бәйғәмбәре һәм Һин минең теләгемде тормошҡа ашырһаң ине. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм аша һинән һорағаным минең файҙаға тамамланһын ине».
 
Гонаһтарҙы ғәфү итеүҙе һорау:
Аллаһүммә әнтә рабби лә иләһә иллә әнтә халәҡтәни үә әнә ғәбдүкә үә әнә ғәлә ғәһдикә үә үәғдикә мәс-тәтағтү әғүҙү бикә мин шәрри мә санағтү, әбү’ү ләкә биниғмәтикә ғәләййә үә әбү’ү ләкә биҙәнби фәғ-фир-ли, фә иннәһү лә йәғфирүҙ-ҙүнүбә иллә әнтә.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһ! Һин – минең Раббым, һинән башҡа Илаһ юҡ; һин мине яралтып бар иттең, ә мин – һинең ҡолоң. Көсөм етер тиклем мин һиңә тоғролоҡ һаҡлаясаҡмын. Үҙем эшләгән яуызлыҡтарҙан тик һиңә генә һыйынам. Һинең миңә ҡарата булған мәрхәмәт-шәфҡәтеңде таныйым, үҙ гонаһтарымды ла таныйым. Гонаһтарымды ярлыҡа. Ул гонаһтарҙы һинән башҡа бер кем дә ярлыҡамаҫ.
 
Үҙеңә именлек теләгәндә: 
Аллаһүммә инни әғүҙү бикә мин зәүәли ниғмәтикә үә тәхәуүли ғәфиәтикә үә фужәти ниҡмәтикә үә жәмиғи сухтиҡ.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Ниғмәтеңдең кинәт бөтөүенән, һин биргән сәләмәтлектең китеүенән, көтмәгәндә ҡайғы килеүҙән һәм башҡа бөтә ғазаптарыңдан тик Үҙеңә генә һыйынам.
 

Асыу килгәндә: 
Алләһүммә-ғфирли ҙәнби үәҙһәб ғайза ҡабли үә әжирни минәш-шайтанир-ражим.
Мәғәнәһе: Әй, Раббым! Гонаһтарымды ярлыҡа, йөрәгемдәге асыуҙы бөтөр, шайтан яуызлыҡтарынан һаҡла.
 
Йыш уҡыла торған доға:
Бәйғәмбәребеҙ әйткән: көнөнә йөҙ тапҡыр: «Лә иләһә илләл-лаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүә ғәлә күлли шәйин ҡадир».
Мәғәнәһе: «Тиңдәше булмаған берҙән-бер Аллаһтан башҡа илаһ юҡ. Хөкөм һәм хакимиәт — Уның ихтыярында, маҡтауҙар — Уның үҙенә генә хас. Бөтә нәмәгә Уның көсө етә», — тип, доға ҡылған кешегә Аллаһ йөҙ төрлө игелекле эш эшләгәндең сауабын яҙа, ғәмәл дәфтәренән йөҙ насарлығын юйып ташлай. Был көндә уға шайтан зәхмәте ҡағылмай.
 
 
Ашап бөткәс уҡыла торған доға:
Әл-хәмдү лил-ләһил-ләҙи әтғәмәнә үәсәҡанә үә жәғәлнә минәл-муслимин.
Мәғәнәһе: Беҙҙе ризыҡ биреп ризыҡландырған, һыу биреп һуғарған һәм мосолмандарҙан иткән Аллаһы Тәғәләгә маҡтау-ололауҙан булһын.

Донъя һәм әхирәт өсөн доғалар:
"Бисмилләһир рахмәәнир рахиим. Раббәнә әтинә фид-дүнйә хәсәнәтәү үә фил-әхирати хәсәнәтәү үә ҡинә ғәҙәбән-нәр. Раббәнәғ-фир ли үә лиүәлидәййә үә лил-мүъмининә йәүмә йәҡу-мул-хисәб".
Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Донъялыҡта беҙгә изгелек эшләй -торған ғүмер бир, ошо изгелегебеҙ бәрәкәтендә Әхирәттә йәннәтеңде насип ит, ут ғазабынан һаҡла. Эй Раббым! Хисап көнөндә мине лә, ата-әсәмде лә, бар мосолмандарҙы ла ғәфү ит".
 
 
Юлдан ҡайтҡас уҡыла торған доға:
"Әййибүүнә тәибүнә ғәбидүнә лираббинә хәмидүн".
Мәғәнәһе: «Эй, Аллам! Беҙ — һине яратыусылар, иман килтереүселәр, тәүбә итеүселәр, кире ҡайтыусылар».
 
 
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас