

Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Ғүмәр Әхмәтов та 22 йәшендә Афған һуғышына барып эләгә. Башта Ашхабадта һигеҙ ай учебкала була, һуңынан уларҙың артиллерия взводын Шинданд ҡалаһына ебәрәләр.
- Армия беҙҙең заманда романтика ине. Хәрби хеҙмәткә бармаған егеттәрҙең абруйы ла түбән була торғайны. Ләкин, беҙгә һуғышҡа инеүебеҙ хаҡында һөйләһәләр ҙә, ундағы тетрәндергес хәлде күргәс кенә аңланыҡ. Йоҡоһоҙ төндәр, ҡара төтөн, дары еҫе, сыҙап булмаҫлыҡ эҫе һауа, ҡом бураны, 19-20 йәшлек хеҙмәттәштәрҙең һәләк булыуҙары хәтерҙә уйылып ҡалды, - ти Ғүмәр Ғата улы.
Хәрби хәрәкәттәрҙә уларҙың артиллерия взводына Гаубица-120мм артиллерия ҡоралынан атырға тура килә. Шиндандтан Гератҡа артылышты үткәндә хәүефле була торғайны, ярай беҙҙе вертолеттар һәм танктар колонналары һаҡлап йөрөнө, тип иҫкә ала яугир.
Ғүмәр Ғата улына ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында малярия серәкәйе тешләп, ҡорһаҡ тифы эләктереп, походҡа барғанда контузия алып өс тапҡыр госпиталдә ятып сығырға тура килә. Хәрби хеҙмәттә кисергән ауырыуҙар эҙһеҙ үтмәй, бөгөнгө көндә ул хәтере насарланыуҙан һәм башҡа хроник сирҙәргә зарлана.
Бөгөн тыныс тормошта Ғүмәр Ғата улы тормош иптәше Әлмира Ғариф ҡыҙы менән ғүмер кисерә. Улар 2010 йылда Ташкент ҡалаһынан ҡатынының тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнәләр. Көнкүреш йорто бинаһында үҙҙәренең “Көнкүреш тауарҙары” магазинын тоталар. Улдары Дамир килендәре Оксана менән ике бала үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Хәлиҙә менән кейәүҙәре Аликтың ғаиләһендә лә тәүге бәпәйҙәрен көтәләр.
- Беҙҙең быуынға шулай тура килде инде, балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә, бүләсәрҙәребеҙгә бындай һуғыштарҙы күрергә яҙмаһын. Тормошобоҙ тыныс булһын, - тип теләй Ғүмәр Ғата улы.
Яугир йыл һайын 15 февралдә, 9 майҙа хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән һәйкәл янына барып, һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә ала. Улар беҙҙең хәтеребеҙҙә, мәңгелеккә онотолмаясаҡ, ти ул.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.