Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
3 Февраля 2022, 10:18

Республикала яңы байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрамды булдырырға ниәтләйҙәр. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала яңы байрам булдырылаРеспубликала яңы байрам булдырыла
Республикала яңы байрам булдырыла

Башҡортостанда яңы һөнәри байрамды булдырырға ниәтләйҙәр. 

Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, парламенттың киләһе ултырышында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәре көнөн билдәләү тураһындағы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителә. Уны 29 октябрҙә булдырыу планлаштырыла.

«Датаны һайлау тарихи яҡтан нигеҙләнгән: 1991 йылдың 29 октябрендә Башҡорт ССР-ының Дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты ойошторола. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре ер мөнәсәбәттәрен дәүләт көйләүендә туранан-тура ҡатнаша», — тине Башҡортостан парламенты спикеры.

Мөлкәтте файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан килем буйынса Башҡортостан бөгөн Рәсәй субъекттары араһында алдынғы позицияларҙы биләй, тип хәтергә төшөрҙө Константин Толкачёв.

Закон проекты республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының утыҙ йыллыҡ юбилейы уңайынан «Башҡортостан Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Законға ярашлы әҙерләнде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-03/v-bashkirii-uchredyat-novyy-prazdnik-2678086

Фото:Олег Яровиков

Автор: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-02-03/respublikala-ya-y-bayram-buldyryla-2678459

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас