Даирә
+8 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
3 Февраля 2022, 05:31

«Ныҡ ауыр»: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы юл фажиғәһенә тарыған әсәнең һәм ике баланың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек ҡатындың хәле — бик ауыр, алты йәшлек малайҙың — ауыр, 14 йәшлек малайҙың иһә уртаса тип баһалана.

«Ныҡ ауыр»: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы юл фажиғәһенә тарыған әсәнең һәм ике баланың хәле тураһында хәбәр итте«Ныҡ ауыр»: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы юл фажиғәһенә тарыған әсәнең һәм ике баланың хәле тураһында хәбәр итте
«Ныҡ ауыр»: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы юл фажиғәһенә тарыған әсәнең һәм ике баланың хәле тураһында хәбәр итте

«Ә ҡалған өс кеше амбулатор хеҙмәтләндерелде. Ашығыс ярҙам машинаһындағы водитель һәм табип имен-һау», — тине ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы автомобиль юлының 127-се саҡрымында «Лада Ларгус» (Баҡалы үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәтенеке) һәм «ВАЗ-21140» автомобилдәре бәрелешкән. Фажиғәлә өс бала һәм өс өлкән кеше зыян күргән.

Баҡалы районы прокуратураһы юл транспорт-ваҡиғаһы буйынса тикшереү барышын контролдә тота.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-02/krayne-tyazheloe-v-minzdrave-bashkirii-soobschili-o-samochuvstvii-materi-i-dvoih-detey-popavshih-v-dtp-2677692

Автор:
Читайте нас