

Муниципаль район советы секретары Ринат Шайбәков тантана сәбәпсеһенә райондың Маҡтау ҡағыҙын тапшырып:
- Хаҡлы ялға оҙатыу бер яҡтан моңһоу булһа, икенсе яҡтан ҡыуаныслы ваҡиға. Һеҙҙең хәҙер үҙегеҙгә, ғаиләгеҙгә, яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлергә ваҡытығыҙ буласаҡ. Һеҙгә күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Алдағы көндәрҙә ныҡлы һаулыҡта, яҡындарығыҙҙың иғтибарын тойоп, оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын, - тине.
Шулай уҡ Ауырғазы почтамты начальнигы Гүзәл Тимербулатова, егерме йылдан ашыу бергә эшләгән элекке Яңы Ҡыйышҡы почта бүлексәһе начальнигы Ғамира Ғайсина, хәҙерге почта начальнигы Айгөл Хисмәтуллиналар ҙа Зәлиә Минислам ҡыҙына иң изге теләктәрен еткереп, бүләктәрен тапшырҙылар.
- Хат ташыусы булып эшләү еңел түгел, төрлө кешеләр менән уртаҡ тел табырға, яуаплы һәм ярҙамсыл булырға кәрәк.Зәлиә Минислам ҡыҙы иһә егерме йылдан ашыу эшләү дәүерендә үҙен бик намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәтте, гәзиттәргә яҙылыу, тауар һатыу буйынса ла планын үтәп, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булып, маҡталып эшләне. Алсаҡлығы, ихласлығы һәм ярҙамсыллығы өсөн дә ауылдаштарының ихтирамын яуланы.
Бөгөн беҙ хеҙмәттәшебеҙгә ныҡлы сәләмәтлектә, именлектә, алған пенсияһының бәрәкәтен һәм изгелеген күреп йәшәүен теләйбеҙ, - тине Ғамира Илһам ҡыҙы.
Зәлиә Ғәйетҡолова Мөкәй ауылынан Яңы Ҡыйышҡы ауылына килен булып төшә. Байтаҡ йылдар магазинда ла, колхозда сөгөлдөрсө лә булып эшләй. Тормош иптәше Рәмзит Мәсхүт улы менән өс балаға матур тәрбиә биреп үҫтерәләр. Әлеге көндә улдары Нәркис район үҙәгендә юрист булып эшләй. Кәләше Лена менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Гөлүзә Прибельский ауылында ғаиләһе менән йәшәй, бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Рәсүл әлегә өйләнмәгән.
- Өйрәнгән эшегеҙҙән айырылыу ауырмы? – тип һорайбыҙ Зәлиә апайҙан.
- Үҙем дә гәзит-журналдар уҡырға яратҡанғалырмы, эшемде бик яратып башҡарҙым. 90-сы йылдарҙа мин хат ташыусы булып эшләй башлағанда, эш күләме бигерәк ҙур ине. Һәр өйгә ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журналдар, хат-открыткалар килә торғайны. Шул йылдар бигерәк тә һағындыра.
Хәҙер инде эш тә еңеләйҙе, ләкин һәр нимәнең үҙ ваҡыты бар. Хаҡлы ялға сығып, үҙең өсөн дә йәшәргә кәрәк. Хөрмәтләгәндәре өсөн барыһына ла рәхмәт, - тине ул йылмайып.
Эйе, йылдар үтә, алмашҡа яңы быуын килә. Иң мөһиме, үҙ эшеңде намыҫ менән башҡарыу ололарҙан аманат булып ҡала килә.
Гөлсәсәк Аласова.