

1 февралгә мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда 710 балаға коронавирусҡа ҡаршы прививка яһалған, тип хәбәр итте Республикаға идара итеү үҙәге.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала республикаға 12-17 йәшлектәргә коронавирустан прививка эшләү өсөн «Спутник М» вакцинаһының беренсе партияһы (2880 доза) килтерелде.
«Спутник М» — «Спутник V» препаратының биш тапҡырға еңеләйтелгән варианты, шулай уҡ ике компонентлы вакцина булып тора.
Прививканы республиканың балалар поликлиникаларында яһатырға мөмкин. Медицина учреждениелары иртәнге 7-се яртынан киске 8-гә тиклем эшләй.
Балаларға вакцина теләк буйынса яһала. Шул уҡ ваҡытта 15 йәше тулмаған балаға ата-әсәләрҙең ризалығы мотлаҡ шарт булып тора.
Үҫмерҙәргә вакцина яһау тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ЦУР белгестәре әҙерләгән карточкаларҙа.
Автор и фото: башинформ.ру