Даирә
+8 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 05:17

Мәктәптәрҙең бер өлөшө онлайн уҡытыуға күсә

Әлеге белем усаҡтарында сирҙең артыуы һаҡланған осраҡта, онлайн-уҡыу тағы ете көнгә оҙайтыласаҡ.

Мәктәптәрҙең бер өлөшө онлайн уҡытыуға күсәМәктәптәрҙең бер өлөшө онлайн уҡытыуға күсә
Мәктәптәрҙең бер өлөшө онлайн уҡытыуға күсә

Әлеге белем усаҡтарында сирҙең артыуы һаҡланған осраҡта, онлайн-уҡыу тағы ете көнгә оҙайтыласаҡ.

Балаларҙың киҫкен респиратор инфекциялар, шул иҫәптән яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләү күрһәткестәренең юғары булыуы сәбәпле, Өфөнөң 126 мәктәбенең 21-енә онлайн уҡыу режимына күсергә тәҡдим ителде.

Был ҡарар "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостандағы идаралығы тәҡдименә ярашлы, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса ҡала оператив штабы тарафынан ҡабул ителде.

Онлайн-алымда уҡыу 1 февралдән 7-һенә тиклем бөтә уҡыусылар, йәғни 1-11-се кластар өсөн индерелә. Мәктәптәрҙең исемлеге менән ufacity.info сайтында танышырға мөмкин.

Оператив штаб ағзалары билдәләүенсә, эпидемиологик хәл көн һайын тикшерелеп торола. Әлеге белем усаҡтарында сирҙең артыуы һаҡланған осраҡта, онлайн-уҡыу тағы ете көнгә оҙайтыла.

Фото: live24.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас