Даирә
+29 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраля 2022, 15:50

Кисә лә меңгә яҡын ине, бөгөн дә...

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус 982 ауырыуҙа раҫланған. Кисә сир 964 кешелә асыҡланғайны.

Кисә лә меңгә яҡын ине, бөгөн дә...Кисә лә меңгә яҡын ине, бөгөн дә...
Кисә лә меңгә яҡын ине, бөгөн дә...

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус 982 ауырыуҙа раҫланған. Кисә сир 964 кешелә асыҡланғайны.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус 982 ауырыуҙа раҫланған, кисә сир 964 кешелә асыҡланғайны. Пандемия башлағандан алып вирус йоҡтороусылар 133 060 иҫәпләнә.

Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа 208 ковид-ауырыу ята, яртыһынан күберәге – өлкәндәр. Сырхауҙарҙың 42-һе ауыр хәлдә.

Үткән тәүлектә республикала ковидтан 18 яҡташыбыҙ вафат булған. Афәтле сирҙән йәмғеһе 4 766 ғүмер өҙөлгән.

 Зәһәр инфекцияны еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 121 717, 476-һы аҙаҡҡы тәүлектә сәләмәтләнгән.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын яһатыусылар – 2 366 855, икенсеһен дә эшләтеүселәр – 2 205 261.

Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡларға тырышығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!

 

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас