Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
28 Января 2022, 11:48

Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта

Иҫке Муса мәктәбендә “Минең милли ризығым” исемле флешмоб үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу артаМилли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта
Милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу арта

Был акцияның маҡсаты - балаларҙы халҡыбыҙҙың милли аш-һыуҙары менән таныштырыу, милли ризыҡтарыбыҙҙы әҙерләргә өйрәтеү һәм уҡыусыларҙы киләсәк тормошҡа әҙерләү.

“Минең милли ризығым” флешмобына беҙҙең мәктәп тә әүҙем ҡушылды. Йәш быуында йолаларыбыҙға, аш-һыуыбыҙға ҡыҙыҡһыныу арттырыу маҡсатында ойошторолған сара бик матур үтте. Эремсек, буҙа, сәксәк, бауырһаҡ, тултырма – былар барыһы ла яратҡан ризыҡтарыбыҙ. Бөгөнгө сарала беҙ 9-сы класс уҡыусылары менән “ҡош теле” милли ризығын бешереү буйынса оҫталыҡ дәресен үткәрҙек. Был татлы ризыҡты бешереү серҙәренә ҡыҙҙар ихлас ҡушылдылар. Уларҙың һәр береһе үҙ ҡулы менән ҡамыр баҫырға, нисек дөрөҫ итеп ҡырҡырға өйрәнде. Ҡыҙҙарға аш-һыу бешереү бик оҡшаны. Бергәләп әҙерләгән милли ризығыбыҙ бик тәмле килеп сыҡты. Тәмләткестәрҙе бешереп бөткәс, өҫтәл артына ултырып, тәмле сәйҙәр эсеп, бешергән ризығыбыҙҙан ауыҙ иттек. Уҡыусыларҙа милли ризыҡтарға ҡыҙыҡһыныу уянған икән, тимәк, маҡсатыбыҙға өлгәшә алдыҡ, тип уйлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, таратыуға етди иғтибар бирелеүе ҡыуаныслы.

Клара ЙОСОПОВА, Иҫке Муса мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас