Даирә
-2 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
25 Января 2022, 11:47

Республикала томан төшөүе, боҙлауыҡ булыуы фаразлана

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң үҙгәреүе хаҡында иҫкәрттеләр.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала томан төшөүе, боҙлауыҡ булыуы фаразланаРеспубликала томан төшөүе, боҙлауыҡ булыуы фаразлана
Республикала томан төшөүе, боҙлауыҡ булыуы фаразлана

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң үҙгәреүе хаҡында иҫкәрттеләр.

Алдағы тәүлектең аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар. Айырым райондарҙа төндә һәм иртән томан. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр. Һауа температураһы төндә -15,-20, аяҙытҡанда -21,-26, көндөҙ иһә -8,-13 градус. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ, ҡар, томан ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Яуым-төшөмһөҙ, төндә һәм иртән урыны менән томан. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-7 метр. Һауа температураһы төндә -19,-21, ҡала үҙәгендә -14, көндөҙ -9,-11 градус. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ, томан ваҡытында күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-25/v-bashkirii-prognoziruyutsya-tuman-snezhnyy-nakat-i-gololeditsa-2667462

Фото:Ксения Калинина

Автор: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-01-25/respublikala-toman-t-sh-e-bo-lauy-bulyuy-farazlana-2667581

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас