Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 23:30

Оператив штабта ниндәй мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе.  

Оператив штабта ниндәй мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде?
Оператив штабта ниндәй мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе. Ултырыш видеоконференция режимында уҙҙы. Көн тәртибендә – “омикрон” штамы таралыу шарттарында амбулатор звеноны көсәйтеү, ковидҡа ҡаршы прививка кампанияһы темпын арттырыу, санитар-эпидемиологик талаптарҙың һәм вакцинацияланмағандар өсөн сикләү сараларының үтәлешен күҙәтеү.

Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 25 ғинуарға ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе 128 050-гә етеүен билдәләне. Тәүлек эсендә сир 388 кешелә асыҡланған. 118 711 яҡташыбыҙ ковидтан һауығыуға өлгәшкән, 259-ы аҙаҡҡы тәүлектә сәләмәтләнгән.

Министр коронавирус таралыуға бәйле хәүеф зонаһына Асҡын, Салауат, Илеш, Ҡариҙел, Стәрлебаш райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы инеүен билдәләне. Радий Хәбиров уларҙа санитар-эпидемиологик талаптарҙы көсәйтеү һәм хәлде яйға һалыу буйынса саралар күрергә ҡушты.

Республикала йоғошло сирҙәр менән ауырыусылар өсөн 2 250 койка тәғәйенләнгән. Кәрәк була ҡалһа, ковид-ауырыуҙарҙы дауалау өсөн 8 мең койка, реабилитациялау өсөн тағы 4 мең койка резервта бар.

Максим Забелин әйтеүенсә, “омикрон” йоҡторған пациенттарҙа, ҡағиҙә булараҡ, сир беленмәйенсә йәки еңел формала үтә. Уҙған аҙнала дауаханаға һалыуҙар кимәле 3,7 процентҡа ғына артҡан. Әлеге мәлдә төп көс поликлиникаларға төшә. Шуға күрә бөгөн мөһим бурыс – амбулатор звеноны нығытыу. Был маҡсаттан сығып, диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла. Ошо аҙнала поликлиникаларға Башҡорт дәүләт медицина университетының 1000 ординаторы һәм 2 000 студенты производство практикаһы үтергә ебәреләсәк.

 Максим Забелин республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итеүен әйтеп китте. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, прививканың тәүге компонентын 2 321 820 кеше (вакцина яһатырға тейешле халыҡтың 93,5 проценты) эшләткән, икенсеһен ҡаҙатыусылар – 2 177 695 (87,7 процент).  

25 муниципалитетта вакцинация үтергә тейешле кешеләрҙең 100 проценты прививка эшләткән. Салауат, Күмертау, Октябрьский, Сибай ҡалаларында һәм Бөрө һәм Белорет райондарында прививка яһау темпы түбән, Радий Хәбиров артта ҡалыусы район-ҡала башлыҡтары менән вакцинациялауҙы тиҙләтеү буйынса улар күргән саралар хаҡында һөйләште, эште көсәйтергә ҡушты.

 “Омикрон”дың ныҡ йоғошло булыуын иҫәптә тотоп, Радий Хәбиров дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, ведомстволағы учреждениеларға һәм эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн дистанцион эшкә күсерергә тәҡдим итте.

Ултырышта шулай уҡ стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын автоном режимда эшләүгә (изоляцияға) күсереү хаҡында ҡарар ҡабул ителде.

Республика етәксеһе сауҙа үҙәктәрендә һәм башҡа йәмәғәт урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙың һәм вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләү сараларының үтәлешенә контролде көсәйтергә ҡушты.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: