Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 23:36

Диспансеризация ваҡытлыса туҡтатыла, ковид-койкалар арттырыла

Коронавирустың яңы төрө – “омикрон” таралыу хәүефенә бәйле, Башҡортостанда халыҡты диспансеризациялауҙы ваҡытлыса туҡтатып тороу һәм ковид-ауырыуҙарға койка фондын арттырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, уҙған аҙнала ғына ла республикала ковид менән сирләүселәр 26 процентҡа артҡан.

“Беҙ амбулатор-поликлиника звеноһына көсөргәнеш үҫеүен күрәбеҙ, аҙаҡҡы аҙнала ул һигеҙ процентҡа артҡан. Шуға күрә диспансеризацияны ваҡытлыса туҡтатып торорға тәҡдим итәбеҙ. Был беренсел звеноға төшкән эште кәметеп, амбулатор-поликлиникаларҙа кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү һәм пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн көстө мөмкин тиклем арттырыу маҡсатында эшләнә”, – тип аңлатты был ҡарарҙы Максим Забелин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Шул уҡ сәбәп буйынса ковид-ауырыуҙар өсөн койкалар һанын 1600-ҙән 2200-гә арттырырға ҡарар иткәндәр. Әлеге мәлдә республикала койка фонды 60 процентҡа тулы.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бер тәүлектә республикала ковид 350 ауырыуҙа раҫланған. Пандемия башланғандан алып инфекцияны йоҡтороусылар һаны – 127 662.

“Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 173 ауырыу ковидтан дауалана. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 4 387. Уларҙың күпселеге – 60 йәштән өлкән кешеләр һәм вакцинация үтмәүселәр ”, – тип билдәләй Максим Забелин.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: