Даирә
+23 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
21 Января 2022, 16:54

Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға

Олокүл ауылында пар ҡанатлы, һикәлтәле ғүмер юлдарын матур атлаусы, бер-береһен яратышып, күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәүсе ғаиләләр күп. Зәкирә Нәжметдин ҡыҙы менән Ринат Әхсән улы Ширияздановтар 50 йыл бергә йәшәп, алтын туйҙарын ҡаршы алыусы парҙар.

Пар һуҡмаҡтан - алтын туйғаПар һуҡмаҡтан - алтын туйға
Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға

Зәкирә Нәжметдин ҡыҙы менән Ринат Әхсән улы Ширияздановтар икеһе лә тыумыштары менән Ғафури районынан. Һөнәри белем алғандан һуң йүнәлтмә буйынса Олокүл ауылына киләләр һәм яҙмыштарын ошо ауыл менән бәйләйҙәр. Хеҙмәт юлын улар “340-сы төҙөлөш-монтаж поезды” ойошмаһында башлайҙар. Зәкирә Нәжметдин ҡыҙы ашханала, балалар баҡсаһында эшләһә, Ринат Әхсән улы хаҡлы ялға сыҡҡансы Юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығында хеҙмәт һала. Ширияздановтар ике балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп оло тормош юлына сығарғандар.
🌺Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт, ышаныс кәрәк. Уларҙың тормошо - йәш быуынға лайыҡлы өлгө булып тора. Юбилярҙарҙы күркәм байрамдары менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә лә сәләмәтлектә, именлектә оҙон ғүмер кисереп, яҙмышығыҙ тағы ла бәхет-шатлыҡтар ғына килтерһен.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас