Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
15 Января 2022, 06:16

Тиҙ ҡартайғың килмәһә...

Ошо ризыҡтарҙы ашамаһаң, организмың тиҙ ҡартая башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тиҙ ҡартайғың килмәһә...Тиҙ ҡартайғың килмәһә...
Тиҙ ҡартайғың килмәһә...

Диетолог Анна Коновалова әйтеүенсә, ҡыш көндәрендә бигерәк тә уларҙы ҡулланыу мөһим. Ул иң беренсе балыҡҡа иғтибар бирергә ҡуша.

– Был – тулы аҡһым сығанағы. Аҙнаһына 110 –140 грамдан 2-3 порция ашарға тәҡдим ителә. Шуларҙың бер порцияһы майлы балыҡ булһа, айырыуса һәйбәт, – ти белгес.

Балыҡтан тыш, йәшелсә-емештәр ҙә ашау зарур. Ни тиһәң дә, улар  – витаминдар сығанағы, микроэлементтар, күҙәнәклектәргә бик бай.

– Туҡланыу рационына майлы кислоталарға һәм микроэлементтарға бай сәтләүек, орлоҡтар ҙа индерегеҙ. Был юғары калориялы аҙыҡтарҙы көнөнә 20-30 грамм ашау ҙа етә, –  ти диетолог.

 

 

Фото: http://vsudu-sport.ru/pitanie/poleznye-produkty/produkty-dlya-mozga.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас