Даирә
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар , 11:08

“Мине бөтә республика эҙләгән”

"Бәхеткә күрә, сумкамдағы талонды таптым. Тыуған көнөмә шундай ҙур бүләк булды!"

“Мине бөтә республика эҙләгән”

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты хеҙмәткәрҙәренең дүрт миллионынсы пассажирын зҙләүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ниһайәт, “юбиляр” табылған. Ул Башҡортостанда тыуып үҫкән, әле Мәскәү ҡалаһында йәшәгән, Яңы йыл байрамында Өфөгә улы менән килгән Альбина Барабаш булып сыҡты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүрт миллионынсы пассажир S7 Airlines авиакомпанияһы рейсы менән 31 декабрҙә Өфөгә килгән. Борттағы урыны –7А.

–Мине бөтә республика эҙләгәнен туғандарым аша белдем,– ти Альбина. – “Нисәнсе урында ултырҙың, хәтерләйһеңме?” – тиҙәр. Ун көн үткәйне бит инде, аптырап ҡалдым. Бәхеткә күрә, сумкамдағы талонды таптым. Рейс номеры, ваҡыт, урын – барыһы ла тап килде. Был яңылыҡ тыуған көнөмә ҙур бүләк булды! Өфө аэропорты һәм бөтә республика өсөн тарихи ваҡиғаға үҙемдең ҡағылышлы булыуымды тойоу күңелле һәм яуаплы хәл!

2021 йылда  “Өфө” халыҡ-ара аэропорты 4000146 пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Был үткән йылдарҙағыға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк.

– Бындай күрһәткескә аэропортҡа нигеҙ һалынғандан алып тәүге тапҡыр өлгәштек. Был – беҙҙең өсөн рекорд, – ти халыҡ-ара “Өфө” аэропортының коммерция директоры Денис Никитин. – Граждандарҙың  сәйәхәттәр һәм эшлекле сәфәрҙәр өсөн йышыраҡ һауа транспортын ҡулланыуына өмөтләнәбеҙ.

Альбина Барабаш хәҙер “Ағиҙел” бизнес-залында йыл буйына бушлай хеҙмәтләндерелеү мөмкинлегенән файҙалана ала, шулай уҡ сувенир продукцияһы менән бүләкләнгән. Дүрт миллионынсы пассажир осрашыуға эш графигы тығыҙ булыуы арҡаһында үҙе килә алмаған, бүләктәрҙе һеңлеһенә тапшырғандар.

Фото:BashNews

Автор:Фируза Рахматуллина