Даирә
+6 °С
Ясна
Башҡа яңылыҡтар
4 Ғинуар 2022, 08:55

✨Йән тыныслығын тойоп йәшәүҙең 20 алтын ҡағиҙәһе

1. Үҙеңдең матди сығанаҡтарыңа ғына таянып йәшә;2. Бурыстарыңды ваҡытында ҡайтар;3. Үҙеңдең бәләләреңдә тирә-йүндәгеләрҙе ғәйепләмә;4. Хаталарыңды таный бел;5. Кейелмәгән кейемдәреңде мохтаждарға өләшеп бир;

✨Йән тыныслығын тойоп йәшәүҙең 20 алтын ҡағиҙәһе✨Йән тыныслығын тойоп йәшәүҙең 20 алтын ҡағиҙәһе
✨Йән тыныслығын тойоп йәшәүҙең 20 алтын ҡағиҙәһе
  • 6. Яҡшы эш ҡылыуың менән маҡтанма;
    💌7. Күп эшлә, аҙ һөйлә;
    💌8. Көн дә 30 минутлыҡ ял итеп, атлап йөрөп кил;
    💌9. Өҫтөнлөккә түгел, ә камиллыҡҡа ынтыл;
    💌10. Бараһы ереңә ваҡытында, теүәл йөрө;
    💌11. Бәхәс килеп тыуһа, тыныс бул;
    💌12. Үҙеңә рәхимһеҙ булғандарға ла рәхимле, яҡшы уйҙа, яҡшы күңелле булып ҡал;
    💌13. Яңғыҙ ҡалып, уйҙарыңды тәртипкә килтереп ал;
    💌14. Яҡшы ғәҙәттәрең менән башҡаларға өлгө бул;
    💌15. Тормош, йәшәйештең ғәҙел булмауы менән килеш;
    💌16. Себендән фил яһама;
    💌17. Тыйнаҡ бул;
    💌18. Ауыҙыңды үлсәп ас;
    💌19. Бер кемде лә тәнҡитләмә;
    💌20. Үткәндән өйрәнеп, киләсәкте планлаштырып, бөгөнгө көн менән йәшә!
    ("Башҡортостан" гәзите төркөмөнән)
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас