

Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары шәфҡәтлелек акцияһы ойоштороп, Ҡамышлы ауыл Советында йәшәүсе инвалид-балаларға ҙур ҡыуаныс бүләк иттеләр.
Чечен Республикаһындағы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары үҙҙәренең инициативаһы һәм көсө менән мөмкинлектәре сикләнгән балаларға татлы күстәнәстәр биреп кенә ҡалмай, күңел йылыһы менән дә уртаҡлаштылар.
“Балаларҙың шатлыҡ тулы күҙҙәре һәм ихлас йылмайыуҙары – үҙе ҙур бәхет”, - ти улар.
Балаларҙың ата-әсәләре өсөн дә был тулҡынландырғыс мәл булды. "Беҙҙең сабыйҙарыбыҙға күрһәткән иғтибарығыҙ, үҙегеҙгә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын", - тип теләп ҡалды улар.
Бына шулай, бәләкәй генә иғтибарҙан да кешелнең күңеле була. Әйҙәгеҙ, яңы йылда ла бер-беребеҙгә иғтибарлы булып, хәстәрлек күрһәтеп йәшәйек.
Гөлсәсәк Аласова.