-
Ҡайһы илдең Ҡыш бабайын Йоулупуки тип йөрөтәләр? (Финляндия)
-
Шыршы тирәләй бейеү. (Хоровод. Әйлән-бәйлән)
-
Тәбиғи материалдан эшләнгән яңы йыл “скульптура”һы.(Ҡар бабай)
-
Яңы йыл ҡабыҙғысы.(Фейерверк)
-
Ҡар батшабикәһенең йөрәге нимәнән эшләнгән? (Боҙҙан)
-
Ҡар бабайҙың танауына ниндәй йәшелсә ҡуйыла? (Кишер)
-
Ҡыш бабайҙың санаһына егелгән өс ат нимәне символлаштыра? (Ҡыштың өс айы)
-
Санта Клаус санаһына ниндәй хайуандарҙы егә? (Боландар)
-
Усаҡ аша һикереп сыҡҡанда кем ирей? (Ҡарһылыу)
-
Ҡайһы илдә Яңы йылды иң һуңғы булып байрам итәләр? (Самоа) в южной части Тихого океана
-
Ҡыш көнө эскимостар ниндәй өйҙә йәшәй? (Иглу)
-
Көнсығыш ай календары буйынса ниндәй айҙа Яңы йыл башлана? (Февралдә)
-
Ҡайһы илдә Яңы йылды иң беренсе булып ҡаршылайҙар? (Кирибати Республикаһы. Тымыҡ океандың үҙәк өлөшөндә)
-
Ниндәй утрауҙың атамаһы “эт” һүҙенән килеп сыҡҡан? (Канар утрауҙары)
-
Японияла Яңы ййыл кигәнен ҡыңғырауға 108 тапҡыр һуғып белдерһәләр, Бөйөк Британияла лондондың Биг-Бен сәғәттәре хәбәр итә. Ә Рәсәйҙә нисек? (Кремль куранттары)
-
Яңы йыл открыткаларында иң күп осраған хайуандар. (Аттар, боландар, аҡ айыуҙар)
-
Ниндәй илдә Яңы йыл табынын бокалдарға һалынған тере балыҡтар менән биҙәйҙәр? (Ирландия)
-
Ҡыш бабайҙың тылсымы ниндәй ҡоралында? (Таяҡ)
-
Япониялағы Ҡар бабай нисек атала һәм ул нисә шарҙан эшләнә? (Юки- Дарума ике шарҙан эшләнә)