Даирә
+15 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
26 Декабря 2021, 15:07

Һауа торошо яҡшырасаҡмы?

Башгидрометүҙәк белгестәре нимә тип фаразлай?  

Добавить в предпочтительные источники Google
Һауа торошо яҡшырасаҡмы?Һауа торошо яҡшырасаҡмы?
Һауа торошо яҡшырасаҡмы?

Иртәгә, 27 декабрҙә, республиканың көньяҡ-көнсығышында насар һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр итәләр Башгидрометүҙәктән.

Һауа температураһы төндә -12–14, көндөҙ -10–12 градус һалҡын булыуы көтөлә.

Бөгөн республиканы буран ҡапланы. Трассаларҙа хәрәкәт сикләнде, электр энергияһы менән өҙөклөктәр күҙәтелде. Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Туймазы райондарында күмәк авариялар теркәлде.

Әле елдең 20-25 метрға тиклем көсәйеүе, буран күҙәтелә, ҡар яуыуҙан туҡтамай, юлдарға көрт һалына, юлдың күренеү кимәле түбәнәйә.

Фото: "Башинформ".

 
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас