Даирә
+6 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
25 Декабря 2021, 07:47

Уҡырға тип китеп барғанда...

11 йәшлек малайҙың башына боҙ ҡатыш ҡар өйөмө төшкән. Шуға ҡарамаҫтан, мәктәпкә барып етеп...

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡырға тип китеп барғанда...Уҡырға тип китеп барғанда...
Уҡырға тип китеп барғанда...

Тәбиғәттең ҡырҡҡа төрләнеп, бер йылытып, бер һыуытып тороуынан, йә буранлап ҡар яуыуынан ҡыйыҡ баштарына ҡарлы-боҙло өйөмдәр йәбешеп, боҙбармаҡтар эленде. Шул сәбәпле бәхетһеҙлеккә тарығандар ҙа бар.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфөлә мәктәпкә тип йыйынып сыҡҡан 11 йәшлек малай дауаханаға эләккән. Черниковка биҫтәһенең Интернациональ урамындағы 129-сы йорт ҡыйығынан баланың башына боҙ ҡатыш ҡар өйөмө төшкән. Был хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр иткәндәр.

Һөҙөмтәлә малайҙың башы яраланған. Шуға ҡарамаҫтан, мәктәпкә барып еткән. Унан ата-әсәһе килеп алған. Әле бала дауаханала. Күңелһеҙ хәлдең сәбәптәре асыҡлана.

Боҙҙан һаҡ булайыҡ, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында балаларға йыш әйтеп торайыҡ.

Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығы. 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас