Даирә
+8 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
25 Декабря 2021, 13:32

Тултырылған ҡаҙ

Өҫтәлегеҙ мул, ашығыҙ тәмле булһын!

Тултырылған ҡаҙТултырылған ҡаҙ
Тултырылған ҡаҙ

 Бер биҙрә һыуға 1 кг тоҙ, 8-10 ҡара борос, 4-5 лавр япрағы, 1-2 баш һарымһаҡ алына. Ҡаҙ яңы һуйылған йә туңдырылған булһа ла ярай. Һыу йылымса булырға тейеш. Ҡаҙҙы  һыуҙа кәмендә 12-14 сәғәт тоторға кәрәк. Ул тулыһынса һыуға күмелеп торорға тейеш. Һыуҙан алғас, таҙа сепрәк менән һөртөп ҡоротабыҙ. Эслеккә алма һәм ҡара емеш, үҙегеҙ теләгән башҡа эслек алырға була.

2-3 аш ҡалағы майонезға ярты сәй ҡалағы аджика һалып бутап, шуны ҡаҙҙың тиреһенә һөртәбеҙ. Махсус целоффан “ең”гә лә, 2 ҡат фольгаға ла тағырға була. Духовкала 2 сәғәт  бешкәс,  фольганы асып, яңынан өҫтөн ҡыҙартып алырға кәрәк.

https://bashkizi.ru/articles/psiholog_k___she/2021-12-23/tultyryl-an-a-2631489

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас