+4 °С
Облачно


Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа йәшәүселәр тыныс ҡына хакимиәт алдында ултырған төлкөнө видеоға төшөрөп алған. Был мәғлүмәт менән агентлыҡтың социаль селтәрҙәге төркөмөнә яҙылыусылар уртаҡлашты.
Ҡырағай йәнлектәрҙең ауыл-ҡасабаларға килгәне бар, бындай хәл йыл да ҡабатлана. Өфөлә, мәҫәлән, мышы йөрөгән, боланды ҡотҡарған осраҡтар булды. Ләкин иҫе китмәй генә ҙур ауылдың уртаһында ултырған йыртҡыс, ысынлап та, һирәк осраған кадр.
автор: башинформ.ру