Даирә
+7 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
22 Декабря 2021, 11:18

“Үҙемде эшемдә таптым”

Беҙҙең тормошобоҙ үҙебеҙ шөғөлләнгән эш менән тығыҙ бәйле. “Һин эште башҡараһың, ә эш һине кеше итә”, - тиҙәр халыҡта. Фәнис Мөхәмәтйәнов “Кармаскалинсксельхозэнерго” йәмғиәтенә 1982 йылдан бирле етәкселек итә. Уның бар ғүмере ошо предприятиеның үҫешенә арналған.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Үҙемде эшемдә таптым”“Үҙемде эшемдә таптым”
“Үҙемде эшемдә таптым”

 

  • Фәнис Ғилметдин улы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң ил сиге ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хәрби хеҙмәттән ҡайтып, Өфө энергетиктар техникумына уҡырға ингән. Диплом алғандан һуң эшкә Яңы-Стәрлетамаҡ ТЭЦ-ына эшкә ебәрелә. Бында ике йыл хеҙмәт сынығыуы алған егет үҙенең тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә. 1982 йылда Ҡырмыҫҡалы “Сельхозэнерго” йәмғиәтенә эшкә урынлаша. Ике йылдан һуң инде уны предприятие рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр.

    - Ул йылдарҙа рәйес вазифаһы директорҙың вазифаһы менән бер ине. Миңә ул саҡта 26 йәш булһа ла, йылдар менән тәжрибә тупланым. Эшләү дәүерендә остаздарым – райондағы ихтирамлы етәкселәр менән аралашыу бәхете тейҙе. Шайморатов исемендәге колхоз рәйесе Рифғәт Әлимғафаровтан аҡса иҫәбенә һәм һаҡлыҡҡа, Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Хәтмулла Бикҡоловтан коллективҡа етәкселек итергә өйрәндем.
    Әңгәмәсебеҙ етәксе һәм иҡтисади белем төшөнсәләренең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Фәнис Мөхәмәтйәнов Башҡорт ауыл хужалығы институтының “Иҡтисад һәм ауыл хужалығын етештереүҙе ойоштороу” белгеслеген тамамлай. Ул бер ҡасан да исем өсөн генә уҡымай. Ә фәндәрҙе тәрән өйрәнә, өҫтәмә әҙәбиәтте лә күп уҡый, уҡытыусылар менән бәхәсләшергә лә ҡурҡмай.
    – Предприятиены белемле итеп үҫтереү өсөн төплө иҡтисади белем булыуы мотлаҡ. Әгәр ҙә һин продукцияның үҙҡиммәте нимәнән барлыҡҡа килгәнен аңлаһаң, һәр эште лә уңышлы башҡарып сыға алаһың, - тип билдәләй ул
    Бөгөн дә Фәнис Ғилметдин улы законсалыҡ үҙгәрешен, электр уты менән тәьмин итеү тармаҡтарының бар үҙгәрештәрен белеп бара.
    Кабинетында документация папкалары менән бер нисә шкаф урынлашҡан. Әңгәмәсем әйтеүенсә, ул был мәғлүмәттәрҙең барыһын да иҫендә тота.
    «Кармаскалинсксельхозэнерго» йәмғиәте үҙ эшмәкәрлеген тотоу өсөн заманса етештереү базаһы, 900 километр 10/0,4 кВ электр селтәрҙәренә эйә. Предприятиеның 25 берәмек йөк, махсус һәм башҡа техникаһы бар.
    «Кармаскалинсксельхозэнерго» йәмғиәте ҡулланыусыларын тотҡарлыҡһыҙ һәм сифатлы электр уты менән тәьмин итеү өсөн инвестиция программалары эшләй. 2021 йылда “2017-2021 йылдарҙа электр менән тәьмин итеү системаһын үҫтереү буйынса «Кармаскалинсксельхозэнерго»” инвестиция программаһын бойомға ашырыу тамамлана.
    2013 йылда йәмғиәт Благовар районы хакимиәте үтенесе буйынса Благовар, Языково, Первомайский ауылдарында ла электр уты селтәрҙәрен арендаға алған. Арендаға алынған селтәрҙәр 1960-1980 йылдарҙа төҙөлгән булғанлыҡтан, бик иҫкергән була. Бындай селтәрҙәр буйынса электр энергияһын юғалтыу 45-55 процент тәшкил итә.
    2013 йылдан 2020 йылға тиклем «Кармаскалинсксельхозэнерго» үҙ аҡсаһы иҫәбенә яңы электр селтәрҙәрен төҙөй һәм Благовар районының өс ауылы халҡын ышаныслы электр уты менән тәьмин итә.
    Республикабыҙ үҫешә һәм халыҡ та яҡшы йәшәргә тырыша. Был хаҡта юғары темптар менән төҙөлгән шәхси йорттар һәм күп фатирлы йорттар дәлилләй.
    – Шәхси торлаҡ пункттарҙы газ менән тәьмин итеү селтәрҙәрен һуҙыу бер нисә йылға ҡалышып бара. Шуға күрә халыҡ үҙ йорттарын электр энергияһы менән йылыта. Беҙ юғары ҡеүәтле трансформатор подстанцияларын төҙөп, халыҡтың был проблемаһын хәл итергә тырышабыҙ. Бынан тыш, йыл һайын электр селтәрҙәре буйынса тапшырылған энергияны юғалтыуҙы кәметеү өҫтөндә эш алып барабыҙ. Сөнки был юғалтыуҙарҙы электр энергияһы менән ҡулланыусылар түләй, - тип һөйләй Фәнис Ғилметдин улы.

    Ҡырмыҫҡалы предприятиеһы бер урында ғына тормай. Күптән түгел ойошмаға районда урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәтенең электр селтәрҙәрен балансҡа алырға тәҡдим ителгән.

    Фәнис Мөхәмәтйәнов предприятиеға 40 йылға яҡын етәкселек итә. Әлбиттә, уның хаҡлы ялға китергә тигән уйы бар, үҙенә алмаш эҙләй. Ләкин, әлегә эштән китеү мөмкин түгел. Уның эш көнө сәғәт алтыла тамамланмай. Һәр ваҡыт өйөнә документтар, хаттар алып ҡайта, иртәгәһе көнгә эшкә әҙер ҡарарҙар һәм мәсьәләләр менән барырға кәрәк.
  •  
    Тырыш етәксенең хеҙмәте күп һанлы наградалар менән билдәләнгән. 2003 йылда БР Президенты М.Ғ. Рәхимовтан “Рәхмәт хаты” алған.2005 йылда уға “БР-ҙың атҡаҙанған энергетигы” тигән исем бирелә. Дүрт тапҡыр муниципаль район Советы депутаты, өс тапҡыр район Советы рәйесе итеп һайлана.

    – 2001 йылдан 2005 йылға тиклем сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә, коммнуль хужалыҡ мәсьәләләре буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәенләнә. Ләкин ғариза яҙып үҙ теләге менән эштән китә һәм яңынан «Кармаскалинсксельхозэнерго» йәмғиәтенә ҡайта. Үҙ эшемде беләм һәм предприятиемды яратам. Мин үҙемде эшемдә таптым, - ти ул ғорурлыҡ менән.
    Әлфиә Әхмәҙуллина

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас