

Өфөлә ысын ҡыш етте – иретә башлаһа ла, ҡар күп, синоптиктарға ышанһаң, алда һыуыҡтар көтөлә. Тәбиғәт, әлбиттә, матур, әммә коммуналь хеҙмәттәргә лә, Республикаға идара итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәренә лә эш арта. Халыҡтан мөрәжәғәттәр күп.
Шундай миҫалдарҙың береһе – Өфөнән баш ҡаланың төп урамдарын таҙартыу зарурлығы тураһында яҙалар. Өфө хакимиәте, “ҡыҙыл линия”лағы юлдарҙы тәүлек әйләнәһенә таҙарталар, тип яуап ҡайтара. Бына яҡшы күренеш – коллегаларыбыҙ Ишембайға командировкаға барып, Р-240 трассаһының асыҡ икәнлеген билдәләне. Магистралде тәртиптә тотоу өсөн “Урал буйы” федераль ҡаҙна учреждениеһы яуаплы.
Килгән мөрәжәғәттәр статистикаһы ла ошо уҡ проблеманы сағылдыра – юл темаһы аҙна дауамында тәүге урындарҙы биләй. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, коронавирус. Халыҡ ял көндәрендә лә, байрамда ла әүҙем яҙыша, шуға күрә Республикаға идара итеү үҙәге, министрлыҡтар, муниципалитеттар хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ эш урынында. Әйткәндәй, Яңы йыл байрамы осоронда ла беҙ эшләйбеҙ.
Яҡындарыбыҙға бүләк һатып алыу кеүек күңелле мәшәҡәтте берәү ҙә ғәмәлдән сығармаған. Бөгөн беҙҙә – сираттағы файҙалы күренеш. БЮТ-тағы “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәге эфирында – “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығындағы санитария-эпидемиология мониторингы бүлеге начальнигы урынбаҫары Регина Аҡмалова.
Ҡулдан эшләнгән әйберҙәрҙең сифатын билдәләү, әгәр ул һеҙгә оҡшамаһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү тураһында һөйләштек. Сифатһыҙ тауарҙы магазиндан һатып алһағыҙ, нимә эшләргә? Адресатҡа бүләк оҡшаманы – бүләктәрҙең бөтәһен дә кире ҡайтарырға мөмкинме? Әгәр уны кире ҡайтарыу мөмкинлеге булып та, чекты юғалтһағыҙ? Бөгөн йәнә бүләк сертификаттары ҙур танылыу яулаған. Сертификат аҡсаһын тулыһынса тотоноп бөтмәгән хәлдә ҡалдығын аҡсалата алыу мөмкинлеген күптәр белмәй. Ә сертификатты юғалтһаң, нимә эшләргә?
Эфирҙы ҡарайыҡ – бөтә яуап унда.
Фото: bash.news