Даирә
+13 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
20 Декабря 2021, 05:36

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күп ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республикала урыны менән күп ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етеүе фаразлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күп ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күп ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күп ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртә

Ҡотҡарыусылар автоһәүәҫкәрҙәргә иғтибарлы булырға, автомобилдәр араһында арауыҡты һаҡларға, тиҙлек режимын мотлаҡ үтәргә кәңәш бирә.

«Мөмкин булһа, алыҫ сәфәргә сыҡмағыҙ, әгәр юлға сығырға тура килһә, үҙегеҙ менән ашарға-эсергә, йылы кейемдәр, көрәк, телефон өсөн өҫтәмә заряд алығыҙ алығыҙ. Туғандарығыҙҙы юлға сығыуығыҙ хаҡында иҫкәртергә онотмағыҙ»,—  тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Фото: Ксения Калинина
Автор: башинформ.ру
 
Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас