Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
20 Декабря 2021, 10:41

Бөгөн – Яңы йыл башланыуҙы 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсереү тураһында указ сыҡҡан көн

Петр Беренсегә рәхмәт әйтергәме, юҡмы? Бер яҡтан, 1 сентябрҙә ҡаршылаһаҡ, йылыраҡ булыр, өҫтәл әҙерләү арзанға ла төшөр ине һымаҡ...

Бөгөн – Яңы йыл башланыуҙы 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсереү тураһында указ сыҡҡан көнБөгөн – Яңы йыл башланыуҙы 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсереү тураһында указ сыҡҡан көн
Бөгөн – Яңы йыл башланыуҙы 1 сентябрҙән 1 ғинуарға күсереү тураһында указ сыҡҡан көн

Алтын көҙ башланып торған саҡ. Икенсе яҡтан, ул ваҡытта әлегеләй Боҙ ҡаласыҡтары ла, тау ҙа, оҙон Яңы йыл каникулдары ла булмаҫ ине. Бөйөк Петр дөрөҫ эшләгәндер ул. 1 ғинуарҙа килгән Яңы йыл, кем әйтмешләй, үҙенең ап-аҡ саф ҡарҙары менән күңелгә лә аҡлыҡ, паҡлыҡ алып килә.

Тарихта шулай: 1699 йылдың 20 декабрендә Петр I Рәсәйҙең яңы йылъяҙмаға күсеүе тураһындағы указға ҡул ҡуя һәм Яңы йыл 1 сентябрҙән түгел, ә 1 ғинуарҙан һанала башлай.

1700 йылдың 1 ғинуарында йорттарҙы шыршы, ҡарағай, артыш ботаҡтары менән биҙәргә ҡушыла. Хатта нисек биҙәргә лә өйрәтәләр. Һәм кешеләр бер-береһен мотлаҡ Яңы йыл менән ҡотларға ла тейеш була. Был көндө Ҡыҙыл майҙанда фейерверк, салют, пушкалар атыла. Мәскәү халҡына ла төрлөсә шартлау тауышы сығарырға ҡушыла. 

Әле һәр ерҙә байрам кәйефе булдырырға тырышалар. Иң мөһиме - сәләмәт булайыҡ!

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-12-20/b-g-n-ya-y-yyl-bashlanyu-y-1-sentyabr-n-1-inuar-a-k-sere-tura-ynda-ukaz-sy-an-k-n-2627198

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас