Даирә
+15 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
16 Декабрь 2021, 13:58

Өлгөлө башҡорт ғаиләләре

“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2021” республика конкурсының муниципаль этабы еңеүселәре билдәле булды.

Өлгөлө башҡорт ғаиләләреӨлгөлө башҡорт ғаиләләре
Өлгөлө башҡорт ғаиләләре

Конкурстың маҡсаты – ғаиләнең абруйын, уның ҡиммәттәрен, яуаплы ата-әсәлектең абруйын күтәреү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы, ғаилә ағзаларының һәләттәрен үҫтереүсе, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусы ғаиләләрҙең тәжрибәһен таратыу.
Ағымдағы йылда конкурс ике этапта үтте: беренсеһе онлайн-форматта үтте. Унда ҡатнашыусылар видеопрезентация аша үҙҙәренең әүҙем тормош рәүешен күрһәтә алды. Башҡорт теле көнө һәм Башҡорт тарихы йылын ябыу тантанаһына арналған сарала ғаиләләр визит карточкалары менән таныштырҙы һәм ижади һәләттәрен күрһәтте.
Һәр ҡатнашыусы саф башҡорт телендә сығыш яһап, йолаларға ғөрөф-ғәҙәттәр, тарихҡа тоғролоғон белдерҙе, тамашасыларҙы илһөйәрлеге, телһөйәрлеге менән әсир итте. Бар ғаиләләр ҙә һынауҙарҙы уңышлы үтте һәм төрлө номинацияларҙа еңеү яуланы. “Ғаилә ижады” номинацияһында Ҡырмыҫҡалы ауылынан Юлиә һәм Салауат Әйүповтар һәм Ҡарлыманбаш ауылынан Розалия һәм Вәкил Ғимрановтар ғаиләләре еңеү яуланы. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында беренсе урынға Гөлгенә һәм Алик Кәлимуллиндар (Бекетов ауылы), Рәдифә һәм Айҙар Кинйәбаевтар (Олокүл) һәм Ксения һәм Айнур Абакачевтар (Шайморатов) лайыҡ булды.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас