Даирә
+4 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
16 Декабря 2021, 04:39

Иртәнге ашты ошолай әҙерләгәндә...

Бер ай эсендә тән ауырлығын 2,5 килограмға тиклем кәметергә мөмкин 

Добавить в предпочтительные источники Google
Иртәнге ашты ошолай әҙерләгәндә...Иртәнге ашты ошолай әҙерләгәндә...
Иртәнге ашты ошолай әҙерләгәндә...

Түбәндәге кәңәштән файҙаланғандар эс ҡатыуҙың нимә икәнен онотор, артыҡ ауырлыҡтан да ҡотолор. Бер ай эсендә тән ауырлығын 2,5 килограмға тиклем кәметергә мөмкин (бигерәк тә эсте уратып алған эске майҙарҙың шиңеүенә килтерә).
Был рецепт буйынса иртән ашарҙы кис әҙерләп ҡуябыҙ. Шифалы ризыҡ өсөн кәрәк: 5-7 кипкән ҡара слива, ике ҡалаҡ һоло яҫмығы, бер стакан майһыҙ кефир, бер ҡалаҡ етен майы, бер балғалаҡ какао онтағы.


Әҙерләү
1.Ҡара сливаны 10-15 минутҡа ҡайнар һыуға һалып торабыҙ.

2. Какао, етен майын һәм һоло яҫмығын (геркулес) айырым һауытта бергә ҡушып болғатабыҙ.

3. Шунда уҡ кефирҙы ҡушабыҙ.

4. Хәҙер ебегән ҡара сливаны алып, турап ҡушырға ваҡыт.

5. Бөтә ингредиенттарҙы бергә болғатып, төнгөлөккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

6. Иртәнсәккә туҡлыҡлы һәм файҙалы ризыҡ әҙер.


Сәләмәт булығыҙ!
Фото:kakprigotovila.ru

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас