Даирә
+23 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
16 Декабря 2021, 18:13

Һигеҙ йәшенән ғәрип әсәһен тәрбиәләп үҫкән малай бөгөн нисек йәшәй?

Күрше төбәктән «Добрянка малайы»н хәтерләйһегеҙме? Хәҙер ул ир ҡорона ингәндер инде... Хәйер, малай бәләкәйҙән үҙен ысын ир-егеттәрсә тотоп, тормош йөгөнә егелә.

Һигеҙ йәшенән ғәрип әсәһен тәрбиәләп үҫкән малай бөгөн нисек йәшәй?Һигеҙ йәшенән ғәрип әсәһен тәрбиәләп үҫкән малай бөгөн нисек йәшәй?
Һигеҙ йәшенән ғәрип әсәһен тәрбиәләп үҫкән малай бөгөн нисек йәшәй?

Хәтерегеҙҙәлер, ете-һигеҙ йыл самаһы элек зәңгәр экрандарҙан Пермь крайынан һигеҙ йәшенән ғәрип әсәһен тәрбиәләп үҫкән Влад Кудряшовты күрһәткәйнеләр. Үҫмер бар илгә танылды, уның хаҡында ниндәй генә матбуғат баҫмаһы яҙманы, ҡайҙа ғына саҡырманылар. Һуңыраҡ хатта насар шарттарҙа йәшәгән әсәле-уллыға фатир ҙа бүләк итеп ҡуйҙылар.

Бәләкәй генә Добрянка ҡалаһында йәшәгән ғаиләнең бәхетен емергән хәсрәт – эскелек. Владтың дүрт йәшенә тиклем Кудряшовтар яҡшы ғына йәшәй, әммә атай кеше «йәшел йылан» менән дуҫлашып, ғаиләһен бөтөнләй ташлап сығып китә һәм янғында һәләк була. 

Малай беренсе класты тамамлағас, ғаиләгә йәнә ауыр ҡайғы килә. Әсәһе Татьяна инсульт кисерә, шул арҡала һөйләшә лә, хәрәкәтләнә лә алмай. Уға махсус тәрбиә талап ителә. Опека органдары сабыйҙы балалар йортона алыуға әҙерләй башлай. Ярай әле, был урында күрше ҡатын ярҙамға килә. Ул Владты уллыҡҡа ала. Һөҙөмтәлә малай ғәрип әсәһе менән япа-яңғыҙ тороп ҡала. Ғаиләнең яҡын-тирәлә туғандары ла булмай. 

Быны күҙ алдына килтереүе ауыр, һигеҙ йәшлек малай барлыҡ ҡыйынлыҡты нисек йырып сыҡты икән? Көн дә иртә менән тороп, мейескә ут яғыу, һыу килтереү (сөнки иҫке баракта бөтөнләй шарттар булмай), ризыҡ бешереп, әсәһен ашатыу, уҡырға өлгөрөү кеүек ошо һәм башҡа бик күп мәшәҡәт бәләкәй генә малайҙың иңенә төшә. Әлбиттә, изге күңелле күрше ҡатын ара-тирә ярҙам итә, әммә уның да ғаиләһе, балалары бар. Влад кескәй сағынан аңлы бала булып үҫә. Уҡыуҙан һуң әсәһе менән шөғөлләнергә, уны һөйләшергә өйрәтергә, хәрәкәтләндерергә лә өлгөрә.

2012 йылда Кудряшовтар хаҡында Добрянка ҡалаһындағы гәзит мәҡәлә баҫтырып сығара, ә һуңынан «Комсомольская правда» яҙып сыға. Шул рәүешле ғаилә хаҡында мәғлүмәттәр телевидениеға килеп эләгә. Был ваҡытҡа урындағы хакимиәт әсәле-уллыға яңы йорттан бер бүлмәле фатир бүлә. Был Владҡа әсәһен тәрбиләүҙе еңелләштерә. «Һөйләһендәр әйҙә» тапшырыуы ғәрип ҡатынға шифаханаға юллама бүләк итә. Уларҙың тормошо шулай яйға һалына. Ә Влад бөтә илгә таныла. Ул мәктәпте тамамлап, техникумда иретеп-йәбештереүсе һөнәрен алып сыға. Тәүге мөхәббәтен осрата. Бөгөн ул инде ир ҡорона ингән, әле лә әсәһенә ярҙамлаша. Ә Татьяна яҡшыраҡ хәрәкәтләнә башлаған, мультибешергес менән идара итергә өйрәнгән. Хәҙер инде ярҙамсылар ҙа берәү генә түгел – ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп торған Анастасия бар. Улар 15 йәштән Влад менән бергә, класташтар. Ҡыҙ Пермдә стилист-визажистҡа уҡып сыҡҡан. Кудряшовтарҙың киләсәктә барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанғы килә...   

Автор:Инсаф Хужабирганов

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас