Даирә
+14 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
16 Декабря 2021, 09:44

Фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө

Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлап, тирә-йүнде яҡшыртыуға көсөн йәлләмәгән шәхестәр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһон уята. Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе хеҙмәт уҙаманы Нурия Иштуғанова нәҡ шундайҙарҙан.

Фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһөФиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө
Фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө

Нурия Хәсән ҡыҙы фронтовик, оло ихтирамға лайыҡ Хәсән Иштуғановтың күп балалы ғаиләһендә тыуа. Хеҙмәт тәмен иртә татып үҫә ул. 1970 йылда бензовоз водителе булып эш башлай. Район халҡы уны ҙур һөт ташыусы машинаһын йөрөтөүсе беренсе ҡатын-ҡыҙ-водитель булараҡ белә. Был һөнәргә ул 14 йыл ғүмерен бағышлай. Бынан тыш, нефть продукттары менән тәьмин итеүсе Ҡарлыман предприятиеһынан тыуған Салауат исемендәге колхозына яғыулыҡ ташый. Эшенә яуаплы ҡараған, ҡурҡыу белмәгән ҡыйыу ҡыҙға хәүефле рейс тапшыралар. Ләкин ул эшен еренә еткереп башҡара һәм яғыулыҡты ваҡытында килтереп еткерә. Артабан һөт ташыусы була. Прибельский һөт-консерва комбинатына тик сифатлы ғына һөт ташый. Шулай итеп ғүмеренең ун ике йылын юлда үткәрә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, хөрмәтле Нурия Хәсән ҡыҙын профсоюз комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. Дүрт йыл колхоз хеҙмәткәрҙәре проблемалары менән ҡайнап йәшәй. Етештереү сәнәғәте шулай уҡ тәжрибәле, лайыҡлы урта звено етәкселегенә мохтаж була. Шулай итеп 1987 йылдың февраль айынан 1995 йылға тиклем Иҫке Бәпес һөт-тауар фермаһына етәкселек итә һәм юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Ә инде 1995 йылдың март айынан 2015 йылға тиклем Иҫке Бәпес ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара. Бөтә көсөн, энергияһын тыуған төйәгенә йүнәлтеп, ауылын сәскә аттырыу, халҡы өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса бик күп эштәр башҡарҙы. Ауыр замандарҙа ла халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу маҡсатында тәбиғи газ үткәреү, һыу менән тәьмин итеү, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, мәктәп, клуб, балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү һәм ремонтлау - ҙур тырышлыҡ талап иткән хеҙмәтенең күҙгә күренгән емештәре. Үҙ һөнәренә тоғро ҡалған һәм эшенә бар күңелен һалған егәрле, тырыш, ныҡышмал, ярҙамсыл яҡташына ауыл халҡы оло ышаныс менән ҡарай һәм хөрмәт күрһәтә, күптәргә ул остаз да.
Нурия Хәсән ҡыҙы “Урал” фонды аша ауыл биләмәһендә бик кәрәкле трактор ала. Уның менән ҡышын юлдар ҡарҙан таҙартыла, йәйен сүп үләндәре сабыла. Шулай уҡ иҫке УАЗ машинаһы “Нива” машинаһына алмаштырыла.
Колхоз тарҡалғас, идаралыҡ бинаһын буш торғоҙмай. Унда тиҙ арала фельдшер-акушерлыҡ пункты, почта бүлексәһе асыла. Юл – тормошобоҙ көҙгөһө. Был йәһәттән ауылдарҙы бәйләп торған юлдар төҙөкләндерелә.
Ауыл биләмәләрендә төрлө мәҙәни саралар ойошторолоп тора. Һәр ваҡыт “Шәжәрә” байрамдарында Нурия Хәсән ҡыҙы хөрмәтенә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп йылы һүҙҙәр яңғырай. Танылған яҡташы Ирек Кинйәбулатов уға арнап шиғыр ҙа ижад иткән.
Тырыш хеҙмәт көндәре артта ҡалған инде. Бар ғүмерен хеҙмәттә үткәргән Нурия Хәсән ҡыҙы бөгөн хаҡлы ялда. Тыуған еренә, халҡына күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентының Маҡтау ҡағыҙына, “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Башҡортостан республикаһының 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалы менән бүләкләнә һәм райондың маҡтаулы гражданы исеменә лайыҡ була.
Оло йөрәкле, ихтирамға лайыҡ Нурия Хәсән ҡыҙы Иштуғанованың тормош юлы һәр кемгә өлгө булып тора. Уға ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, тыныслыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Асия ӘБДИЕВА, Подлуб ауылы.

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас