Даирә
-2 °С
Ясна
Башҡа яңылыҡтар
14 Декабрь 2021, 16:55

Йоҡларға һуң ятмағыҙ

Һуң йоҡларға ятҡанда баш ял итеп өлгөрмәй. Сөнки мейе киске 9-ҙан төнгө 1-гә тиклем әүҙем ял итә. Әгәр ҙә төнгө 12-нән һуң ятһағыҙ, арыу яйлап йыйылып, фекерләү ҡеүәһе кәмей барасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йоҡларға һуң ятмағыҙЙоҡларға һуң ятмағыҙ
Йоҡларға һуң ятмағыҙ

Әгәр ҙә киске 11-ҙән төнгө 1-гә тиклем йоҡламаһағыҙ, йәшәү көсө шулай уҡ кәмейәсәк. Нерв системаһы боҙолорға ла мөмкин. Уның беренсе билдәһе – хәлһеҙлек. Икенсеһе – йөҙөгөҙ һулыуы. Сөнки йоҡо матурлыҡты һаҡлауҙың төп ысулдарының береһе, тап йоҡлаған саҡта күҙәнәктәр яңыра.

Йоҡо туймау хроник арыуға килтерә, организмдағы эске көсөргәнеш арта.

Америка ғалимдары шуны асыҡлаған: йоҡоһо туймаған ҡатындарҙың матдә алмашыныуы түбәнәйә һәм күбеһе артыҡ ауырлыҡтан яфалана.

Йоҡоға аҙ ваҡыт бүлеү һөҙөмтәһендә иммунитет ҡаҡшай. Барыһы ла ябай һәм аңлайышлы: төндә организм көс йыя, ҡаҡшаған күҙәнәктәр тергеҙелә. Йыш йоҡо туймау киҙеү, һыуыҡ тейеү сирҙәренә тарыу хәүефен өс тапҡырға арттыра. Ололарға үҙен сәләмәт тойоу өсөн 7-8 сәғәт йоҡлау кәрәк.

Төнгө йоҡо мәлендә тире күҙәнәктәре алмашына, ҡан ағышы яҡшыра, уның һөҙөмтәһендә организм кислород һәм аминокислоталар менән туйына. 8 сәғәттән дә кәм булмаған йоҡо мәлендә биттәге, муйындағы йыйырсыҡтар тигеҙләнә, тиренең төҫө яҡшыра. Тимәк, матур булыу өсөн йоҡо туйҙырыу ҙа файҙалы.

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас