Күпте күргән, күпте кисергән ағинәй тормоштоң бөтә ваҡиғаларын тәҫтәләп, еренә еткереп тыныс ҡына аңлатыр, аҡыллы кәңәштәрен бирер ине. Гүр эйәһе шул ул хәҙер. Ейәнсәре уны йыш иҫкә ала, наҙлы тауышын, йылы ҡулдарын һағына. Быйыл Әҙилә медицина училищеһын тамамлай. Сығарылыш имтихандарын ғына уңышлы тапшырһа, урыҫтар әйтмешләй, биш минуттан тулы хоҡуҡлы белгес буласаҡ. Ә һуңынан? Эх, артабан ниҙәр кисерергә тура килерен белһәң икән, тип уйлай Әҙилә ҡай саҡ. Кеше тормошо шундай ҡатмарлы, хас та тәбиғәт күренештәре һымаҡ. Ғүмерҙең дә ҡояшлы-болотло, йылы-һыуыҡ, сыуаҡ-ямғырлы ваҡыттары бер-береһен алмаштыра. Йәш ҡыҙҙың тик яҡшыға, өмөтлө киләсәккә ышанғыһы, бәхетле йәшәгеһе килә. Уның әле бөтә булмышын ялмап алған мөхәббәт утында янып, ялҡынланып йөрөүе. Йөрәгенең иң түренә инеп ҡунаҡлаған был изге тойғоно татып ҡарағас, ни тиклем ҡайнар, матур, һөйөнөслө лә, көйөнөслө лә икәнен төшөндө һылыуҡай. Бына бөгөн кис улар осрашасаҡ, аҙна буйына йыйылған яңылыҡтар менән бүлешеп, һағыныуҙарын баҫыр өсөн бер-береһенең ҡайнар ҡосағына ташланасаҡ. Әҙилә шуларҙы күҙ алдына килтергән һайын ниндәйҙер осҡон йөрәген ҡурып алғандай төҫлө.
* * *
– Әҙиләү!
Ҡәҙерле һәм яҡын тауышты шунда уҡ таныны ҡыҙ. Был бит уның Хәлиле. Түҙмәгән, килеп тә еткән. Артыҡ тулҡынланыуҙан Әҙиләнең йөрәге сапҡан аттай дарҫлап тибә, ә бите алһыуланып яна башланы. Ул тиҙҙән урамға сығасағын ымлап күрһәтте лә, һөт биҙрәләрен баҡса ҡоймаһына элеп, өй яғына атланы. Бөтә теләге - әсәләре генә егетте күреп ҡалмаһын, һаман шуның менән сыуалаһыңмы, тип әрләрҙәр. Ауылда интеллигент һаналған Рәйлә апай менән Самат ағай Әҙиләнең еңел-елпе холоҡло, эскегә һабышҡан ғаиләлә үҫкән егеткә ғашиҡ булып, мөкиббән уға табынып йөрөүен күтәрә алмай. Нимә, нимә наҙлап, иркәләп тәрбиәләгән бер бөртөк ҡыҙҙарының яҙмышын әҙәм аҡтығы менән бәйләргә юл ҡуймаясаҡтар. Ғаилә башлығы - колхоз рәйесе, ханым - мәктәптә уҡытыусы. Икеһе лә эшкә яуаплы, уҡымышлы, етди кешеләр. Заман ауырлыҡтарын күп татыған ир менән ҡатындың оҙаҡ йылдар көтөп тапҡан балаларының бәхетле киләсәген күрергә теләүен аңлап була, әлбиттә. Әммә мөхәббәт, бер нәмәгә буйһонмаған изге, илерткес тойғо, бер кемдән дә рөхсәт һорап, йөрәк ишеген ҡағып инмәй шул.
Ҡыҙ күңелһеҙ уйҙарын ситкә ебәрергә тырышып, ашыҡ-бошоҡ кейенде лә, бесәй һымаҡ ипләп баҫып сығып та китте.
–Хәлил!
–Йөрәккәсем, ҡайтҡанһың икән. Мин бит һине был аҙнала ҡалала ҡалаһың тип ишеткәйнем.
–Хыялыйым, һине күрмәй үләйемме ни? Осоп, елпенеп, йүгереп ҡайттым.
Ҡасандыр күтәрелеп ҡарарға ла оялған Әҙиләнең ҡыйыуланып, үҙ тойғоларын йәшермәй әйтә алыуынан, ә иң мөһиме, бер-береһен ихлас яратыуҙан Хәлил бәхетле йылмайып, ҡыҙҙы күкрәгенә ҡыҫты. Бер һын булып ҡушылып, икеһенән дә бөрккән һөйөү нурҙарына сорналып, байтаҡ өнһөҙ торғандан һуң, йәштәр әкрен генә атлап үҙҙәренең яратҡан урыны - күл буйына йүнәлде.
Эй, матур ҙа инде ошо май айы. Төнгө күктә һибелгән ваҡ-ваҡ йондоҙҙар бер туҡтауһыҙ йымылдаша, сәскәләр хуш еҫен таратып, күңелде әйтеп аңлатылмаҫтай рәхәтлеккә күмә, әрәмәлектә һандуғастар сутылдаша, әкрен генә иҫкән йылы ел наҙлап сәстән һыйпай, битте иркәләй. Алыҫтараҡ сурылдашҡан баҡаларҙың тауышына тиклем ошо төнгә үҙенсәлекле йәм өҫтәй. Әйтерһең дә, бөтә тәбиғәт уларға изге фатихаһын бирә, донъяла бер ниндәй ауырлыҡ, хәсрәт юҡ кеүек.
–Хәлил, мин һине шундай ныҡ итеп һағындым, - тип егеткә һырынды Әҙилә яр буйына еткәс.
–Мин дә, Әҙиләкәйем.
–Эх, ошо минуттар туҡтаһын ине лә, һинең менән икәүләшеп кенә ошонда тик ултырһаҡ ине.
–Нисек инде икәү, ә беҙҙең балаларыбыҙ?
–Хәлил, оялтма мине.
–Бала ул оят түгел, беҙҙең мөхәббәтебеҙ емеше буласаҡ. Шул тиклем улымдың тыуыуын теләйем.
–Мин дә. Һиңә генә оҡшап торған малай табып биргем килә. Тик…
Әҙилә ҡапыл тынып ҡалды.
–Әйтеп бөт инде башлағас.
–Бөгөнгө кистең бәҫен юйып, кәйефеңде төшөрөп был хаҡта һөйләмәҫмен тигәйнем.
–Мине һантый тип уйлайһыңдыр инде. Атай-әсәйеңдең беҙҙе айырырға маташыуын былай ҙа беләм. Тағы ла әрләнеләрме?
–Эйе… Хәлил, мин бит һине яратам.
–Ни өсөн шул тиклем күрә алмайҙар, ниндәй этлегем тейҙе һуң?
–Быларҙы әйтергә, аңлатырға телем әйләнмәй.
–Әйт, Әҙилә. Дөрөҫөн әйт. Юғиһә үҙем барып һөйләшәм.
–Юҡ, барма! Улар һине… насар егет, ғаиләһендә бөтәһе лә «һалырға» ярата ти. Юҡ, әсәйемдәр һине яманларға теләмәй, ә мине һинән төңөлдөрөргә тырышып, беҙҙе тиң күрмәгәнгә әйтә.
–Ә беҙ тиң түгел, шулаймы?
–Был минең фекерем түгел, Хәлил.
–Шулай инде, һин уҡыған кеше. Атай-әсәйең матур урында эшләй. Беҙ ни, нәмә, простой рабочий халыҡ. Ауыл алкаштары!
–Хәлил, етте! Хәҙер беҙ ҙә ирешәйекме?
–Юҡ, мине әле ғәрлегем һөйләтә.
–Һинең әс… Сәлимә апайҙы мин хөрмәт итәм, ул ете бала үҫтергән кеше. Бәләкәй сағымда мине килен итәм, тип шаярта торғайны. Иҫләйһеңме?
–Ана шул саҡтан бирле тик һине уйлап йәшәйем бит мин, Әҙиләм. Һиңә ғашиҡ булыуымды белгән апайҙарым, ағайҙарым мине ирештереп йөҙәттеләр. Беләһеңме, һөйгән йәремә сюрприз әҙерләйем.
–Ниндәй?
–Сер.
–Әйт инде, интектермә.
–Юҡ, тигәс юҡ. Оҙаҡламай белерһең. Әҙилә, сәйер бер төш күрҙем әле мин.
–Хәлил, төндә һөйләмә, өләсәйем шулай ти торғайны, һис юғында утҡа һөйләйем тиң. Ҡурҡыныс төшмө?
–Нимәгә лә юрарға белмәнем. Имеш, өй алдындағы баҡсала сәскәләр ултыртып йөрөйөм. Ҡараһам, үрге остан һин ап-аҡ күлдәк кейеп беҙҙең яҡҡа атлайһың. Икебеҙ ҙә бер-беребеҙгә ҡарап йылмаябыҙ икән. Шул саҡ көслө дауыл килеп сыҡты ла, һине өйрөлтөп-өйрөлтөп өҫкә күтәрҙе. Мин ҡотом осоп, ҡотҡарырға йүгерәм, ә үҙем бер туҡтауһыҙ «Әҙилә! Әҙилә!» тип ҡысҡырам. Ә һин күҙ менән ҡаш араһында юҡ булдың да ҡуйҙың. Шул тиклем ныҡ итеп ҡысҡырғанмын, тауышҡа әсәйем тороп, мине уятты.
–Уй, ҡалай оят.
–«Эй, балам, өнөңдә лә, төшөңдә лә шул Әҙилә тип кенә йәшәйһең. Өйләнеп кенә ҡуйһағыҙ шәп булыр ине», - ти.
–Ысынлап та сәйер төш күргәнһең, хәйерлегә генә булһын инде.
–Әҙиләм, һине бер ҙә юғалтҡым килмәй, лучше үләм дә ҡуям.
–Тәүбә тиң, йүләр. Ауыҙыңдан ел алһын. Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ! Беҙҙе ел дә, ямғыр ҙа айыра алмаҫ.
–Ә әсәйеңдәр! Улар ғүмерҙә лә фатихаһын бирмәҫ кеүек.
Әҙилә шымып ҡалды. Әсәһенең: «Белеп ҡал, алма бер ваҡытта ла ағасынан алыҫ төшмәй. Мөхәббәт килә лә китә, беренсеһе лә, һуңғыһы ла булмаҫ. Һиңә бит һайлаған кешең менән йәшәргә, балалар үҫтерергә кәрәк. Холоҡһоҙланып китһә, нимә эшләмәксеһең? Үкенерһең, ә терһәкте тешләүе мөмкин түгел. Йәш саҡта ҡыҙҙар әллә ниңә хулигандарҙы ярата, донъя көткәндә бөтөнләй икенсе кеше кәрәклеген аңламайҙар, ҡыҙым. Онот уны» тигән һүҙҙәре мейеһен ярып үтте.
Аҡылы менән әсәһенең хаҡлығын аңлай, ә йөрәге ҡайнар һөйөүенең утлы ялҡынында яна. Уны һыу һибеп кенә лә һүндерерлек түгел. Ярата шул ул Хәлилен, егет тә Әҙиләһе өсөн йәнен ата. Кәкре ағасты турайтып булмаһа ла, әҙәм үҙенең холҡон үҙгәртә ала, тип уйлай ҡыҙ. Кешеләр бер-береһен оҡшата, ғашиҡ була, ә ысын мөхәббәтте татыу бәхете һирәктәргә генә бирелә. Кем белә, бәлки, һинең яртың Ер шарының бөтөнләй икенсе өлөшөндәлер. Ә бына Әҙилә уны үҙ ерендә, тыуған ауылында осратҡан.
–Ник көйөнә минең һылыуым?
Уйҙарына мөкиббән сумған ҡыҙ ҡапыл тертләп китте.
–Юҡ. Бер ни ҙә түгел.
–Әҙилә, һин барыбер минеке буласаҡһың. Мин һине бер кемгә лә, бер кемгә лә бирмәйәсәкмен.
Татлы һөйөүенән иҫергән Хәлил Әҙиләне шашып үбә башланы. Егеттең ярһыған күңеле уны тәбиғи ынтылышҡа этәрҙе. Йыл ярым самаһы, дөрөҫөрәге бәләкәйҙән һаҡлап, ҡурсып йөрөткән ҡыҙҙы бөтөнләйгә үҙенеке иткеһе килеү теләге көсәйгәндән-көсәйҙе. Әҙилә быны һиҙһә лә ҡаршылашманы, киреһенсә, ошо минуттарҙы ул да көткәйне. Яҡынлыҡ ҡылырға түгел, ә йәшлеген яратҡан кешеһенә - Хәлиленә бүләк итергә теләүҙән. Һуңынан да үкенмәйәсәк, сөнки ул - уның яҙмышы…
Әҙилә ишек төбөнә еткәс туҡтап ҡалды. Өй эсенән атаһының көслө тауышы тышҡа уҡ ишетелә:
–Ҡыҙҙы урамға сығарып ебәреп, атаңдың башын ҡарап ятаһыңмы өйҙә! Домашний арест тигәйнем бит! Минең һүҙ нулме? Һинең воспитаниең! Һинеке! Уйнаштан бала табып ултырһа белерһең әле. Ул сағында минән изгелек көтмәгеҙ! Иманығыҙҙы уҡытырмын! Кеше күҙенә күренеүе оят. Ҡара сәғәтте, биш тулып бөткән. Бар эҙлә урам кәнтәйен!
–Атаһы, тыныслан. Бала ниндәй гонаһ эшләгән әле. Йәштәр уйынға сыға инде ул.
–Эшләгәс һуң була! Уйын имеш. Ана, күҙе аҡайып, Вәкилдең эшкинмәгән малайына тағылып йөрөй! Әллә матур йөрөй тиһеңме? Дәүләтбирҙиндарҙың кемеһе арыу, йә әйт әле? Алйотбирҙиндар улар!
Атаһының нәфрәтле һүҙҙәре ҡыҙҙың йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Ҡурҡышынан өйгә инергә лә, инмәҫкә лә белмәй байтаҡ аптырап торҙо. Әммә сара юҡ.
Самат ағай ҡыҙына өндәшмәһә лә, битәрләнгән Рәйлә апай бөтәһен дә Әҙиләгә төшөрҙө.
–Ниңә ҡасып сығып киттең, ә? Зараза ҡыҙыҡай. Сәсемде генә ағартаһың инде. Берәү булдың, берәгәй булдың.
–Әсәй.
–Нимә әсәй? Әсәйең һинең арҡала күрмәгәнен күреп ултыра. Былай ҙа нервым бөткән. Донъяла башҡа егет юҡмы ни? Тьфу! Был темаға күпме һөйләшергә мөмкин? Әллә ишетмәйһең, әллә аңламайһың. Танымайым һине. Алмаштырып ҡуйғандармы ни? Һин тип кенә йәшәйбеҙ. Атайың эш урынын да күптән хәстәрләп, һөйләшеп ҡуйған. Фатирын да алырбыҙ. Һин генә беҙҙең биттән көлөп йөрөйһөң. Арағыҙҙы һыуыт тимәнемме мин һиңә?
Ике ут араһында янған Әҙиләнең күҙҙәренә йәш эркелде. Был донъяға тыуғаны өсөн үкенде. Уға тиклем төшөп торған сабыйҙар араһында ниңә ул да булманы икән? Күҙе алдына, мөхәббәтенә тоғро ҡалып, ҡаянан ырғыған Сәлимәкәй, Зөлхизәләр образдары баҫты. Әллә… Юҡ. Был аҙымға уҡ барып етергә яҙмаһын.
Таң атҡансы керпек тә ҡаҡмай, төрлө уйҙарға сумып ятты Әҙилә. Төндә ҡылынған яҡынлыҡ та тынғы бирмәне. Был хаҡта атаһы белә ҡалһа, донъяның аҫты өҫкә әйләнәсәк. Көслө тойғолар тәьҫирендә бәхетенән күктең етенсе ҡатында йөҙгән Әҙиләне өйҙәге ығы-зығы айнытып ебәрҙе. Ул иртәнге сәйҙе лә эсә алмай тиҙерәк ҡалаға китеү яғын ҡайғыртты. Яҡын арала өйгә ҡайтыу юҡ.
… Тағы ла шул юл, тағы уйланыуҙар. Бик теләһә лә онота алмаясаҡ ул Хәлилен. Оҙон буйлы, мыҡты ғына кәүҙәле ябай ауыл егете күңеленең иң түренә генә инде лә ултырҙы. Янып торған һөрмәле ҡарашы күҙ алдынан китмәй. Бер-береһе менән уҡмашҡан төрлө тойғоларҙы үҙ эсеңә йыйып, яңғыҙың ғына кисереүе ҡайһылай ауыр. Әҙилә барып еткәс тә бүлмәләш әхирәте, серҙәше Гөлнур менән уртаҡлашасаҡ, уның аҡыллы кәңәштәрен, йыуатырлыҡ һүҙҙәрен ишетеп бер аҙ тынысланасаҡ.
Эх, май айы, ҡайһылай матурһың. Тирә-яҡ, йәшеллеккә күмелеп, сәскәгә тулышҡан, әйтерһең, бөтә ер мөхәббәткә сорналған. Кешенең дә йәшнәп, күкрәп йәшәгән бер генә мәле була. Ул - тиле лә, хыялый ҙа, бәхетле лә, һоҡланғыс та йәшлек йылдары.
Ауылына ҡайтмаҫҡа уңайлы һылтау табып, Әҙилә өс аҙнаһын ҡалала үткәрҙе. Киләһе шишәмбе аҙаҡҡы дәүләт имтиханын тапшырасаҡ. Бына бөгөн дә иң ауыр фәндән ҡотолдо, теше-тырнағы менән тырышҡас, сираттағы «бишле»һен яуланы. Училищенан ҡайтышлай, ул Гөлнур менән ҙур ҙа, бәләкәй ҙә еңеүҙе билдәләр өсөн, туңдырма һатып алып һыйланырға ғәҙәтләнгән. Шәрбәтле аҙыҡ стресты ла еңеләйтә, тиҙәр. "Хикәйәләр" төркөмө. Ике төн йүнләп йоҡлағаны юҡ Әҙиләнең, әллә ниңә төшө боларып, күңеле болоҡһоп тик тора, нимәлер кителеп төшкән дә, йөрәген бер туҡтауһыҙ өйкәгән кеүек. Һынау осоронда артыҡ тулҡынланыуҙандыр, тип йыуата ул үҙен. Бирешмәҫкә, ныҡ булырға кәрәк.
Дөйөм ятаҡ эргәһендә Хәлилдең ҡустыһы Ринатты күреп, Әҙилә аптырап китте. Ҡулына ҡыҙыл тюльпандар тотҡан иҫерек егеттең шешенгән йөҙөнә ҡарарлыҡ түгел, ә күҙҙәрендә зәһәр нәфрәт осҡондары сағыла.
–Мә! Ал! - тип сәскәләрҙе бәреп ебәрҙе Ринат.
–Нимә булды? Ниңә ҡысҡыраһың?
Әҙилә Хәлилдең ҡустыһын бындай уҡ ҡиәфәттә күргәне юҡ ине әле, киреһенсә, бөтә туғандары араһынан күберәк Ринат менән аралаша, хатта серләшә торғайны. Егет ситкәрәк барып сүкәйеп ултырҙы. Ҡаштарын емереп, тәмәкеһен ҡабыҙырға маташып ҡараны, әммә ҡулдары уны бөтөнләй тыңламаны. Үҙ-үҙен еңә алмағас, лысҡылдатып ситкә төкөрөп ебәрҙе лә, ҡатлы-ҡатлы итеп һүгенеп ҡуйҙы. Бер ни аңламаған Гөлнур Әҙиләгә һораулы ҡарашын ташланы ла, ятаҡҡа инергә ымланы, тик әхирәте уны еңенән тартып туҡтатты.
–Нимә булды Ринат?
Егет гүйә ошоно ғына көткән, күңеле йомшарып, балаларса буҫығып илап ебәрҙе.
–Әҙилә, ғәфү ит.
–Ярар инде,юҡты…
–Әҙилә, был тюльпандарҙы Хәлил ағайым һиңә сюрприз әҙерләйем тип ултыртҡайны. Еңгәң ҡыуаныр, тип хыялланды. Шул сәскәләр элекке көн… Х-х-әл-ииил ағайым үүүл-гә-ән көндө, төндә асылған.
–Нимә?!!
Әҙиләне көпә-көндөҙ йәшен атҡандай булды, тәне буйлап эҫеле-һыуыҡлы тулҡын йүгерҙе. Күҙ алдары ҡараңғыланып бәүелеп торҙо ла, ҡыҙ һуштан яҙып йығылды.
Иҫенә килгәндә Әҙилә дауаханала ине. Система аҫтында ята икән. Тамсылап ҡына тамған шыйыҡса уға әкренләп йән өргән төҫлө. Йән… Ғүмер… Хәлил… Уйланып ята торғас, ҡыҙ һиҫкәнеп китте, үҙе лә аңғармаҫтан бөтә көсөнә “Хәлил!!!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Медсестра тауышҡа йүгереп килгәндә, Әҙилә ҡулындағы энәне һурып сығарғайны инде. “Ҡасырға, ауылға, ҡотҡарырға” тигән уйҙар мейеһен телгеләне, әммә самалы ғына хәле күпкә етмәне, ҡыҙ ҡайтанан һушын юғалтты.
Көтөлмәгән ваҡиғанан шаңғыған Гөлнур әхирәтен нисек йыуатырға белмәй аҙапланды. Көн дә тапаны ул дауахана юлын, аш төрләндереп, барлы-юҡлы аҡсаһына емеш-еләк алырға тырышты. Әҙилә генә үҙ-үҙенә йомола барҙы, көндән-көн шиңде, кипте, күп илауҙан күҙ йәштәре ҡороно, һыны ҡатты. Ҡайғынан, юғалтыуҙан, тормоштоң ғәҙелһеҙлегенән тамағына төйөлгән төйөр ашарға ғына ҡамасауламаны, тын алырға ла ирек бирмәй йөҙәтте. Ер шарында япа-яңғыҙ ҡалды ул. Бер кемгә лә кәрәге юҡ.
–Ышана алмайым, Гөлнур. Улай булырға тейеш түгел ине. Ринат, бәлки, шаяртҡандыр? Хәлил миңә йәкшәмбе көндө генә килгәйне бит, кискә тиклем паркта йөрөнөк, шунан ул хушлашып ип-имен ҡайтып китте. Нисек үлһен?
–Мин дә тәүҙә шикләндем, әммә һине “скорый” менән оҙатҡас, Ринат бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ана шул һинән ҡайтҡанда Иҙел аша йөҙөп сығырға уйлаған ул. Өҫ кейемдәрен бер ҡулына алып, икенсеһе менән ишкән. Теге яҡ ярҙа ситтән килгән балыҡсылар уға “рисковать итмә”, тип ҡысҡырһа ла, Хәлил тыңламаған, йылғаның уртаһында, ҡорошҡаҡ тотоп, көслө ағын ағыҙа башлаған. Бер ҡарт балыҡсы уны ҡотҡарырға маташҡан, әммә… һуңлаған. Хәлил бер батып, бер ҡалҡып аға торғас, үпкәһенә һыу күп тулған, ташҡындан ҡалған тамырлы ағасҡа барып төртөлгәндә йән биргән булған, ти.
–Йә, Хоҙай! - Әҙилә мендәргә ҡапланып, ярһып илай башланы. - Минең дә үлгем килә! Йәшәмәйем мин!
Гөлнур ярһыған ҡыҙҙы ҡосаҡлап алды. Үҙенең дә күҙҙәренән йәштәр эркелде.
–Тыныслан, Әҙилә. Үлгән артынан үлеп булмай, тиҙәр. Бөтөрөнмә. Дауамы комментарийҙарҙа, "сначала старые".
+6 °С
Облачно






