Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 22:05

Янғында ике кеше һәләк булған

Бөгөн иртән сәғәт туғыҙынсыла Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында йорт яна башланған. Утты БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре, Шайморат һәм Иҫке Муса ауыл советтарының ирекле янғын һүндереү командалары туҡтатҡан. Янғында 1954 йылғы ҡатын һәләк булған. 

Янғында ике кеше һәләк булған
Янғында ике кеше һәләк булған

Иртәнге сәғәт ун беренселә Әлшәй районының Ҡырым ауылында ла шәхси йорт янып киткән. Ут 1965 йылғы ирҙең ғүмерен өҙгән.

Дуҫтар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, зинһар! Һүндерелмәгән тәмәке төпсөктәрен теләһә ҡайҙа бәрмәгеҙ, ут менән һаҡ булығыҙ. Мейес, сымдар, электр һәм газ приборҙары төҙөк булһын. Йортоғоҙҙо һәм үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: МЧС РБ

Автор:Баныу Ҡаһарманова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-12-08/yan-ynda-ike-keshe-l-k-bul-an-2611987

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас: