Даирә
+13 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
8 Декабря 2021, 10:41

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа боҙлауыҡ һәм томан хаҡында иҫкәртә

Алдағы тәүлектә республикала аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Яуым-төшөм булмай, төндә төньяҡта бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа боҙлауыҡ һәм томан хаҡында иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа боҙлауыҡ һәм томан хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа боҙлауыҡ һәм томан хаҡында иҫкәртә

Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -5,-10 градус, көньяҡ-көнсығышта -17, көндөҙ -1,-6, көньяҡ-көнсығышта -11 градус һалҡын.

Автомобиль юлдарына төндә һәм иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.

Өфөлә 9 декабрҙә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөм булмай, юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -6,-8, көндөҙ -2,-4 градус һалҡын.

Автор: башинформ.ру

Фото: "Башинформ" архивы

https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-12-08/tt-n-tysh-h-ld-r-ministrly-y-yuldar-a-bo-lauy-m-toman-ha-ynda-i-k-rt-2611506

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас