+6 °С
Облачно


Хәбәр итеүебеҙсә, кисәнән алып Башҡортостан делегацияһы Белоруссияла эшләй.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән Минск трактор заводы етәкселеге “Башсельхозтехника” ДУАП-ы базаһында “Беларус 2103” тракторын йыйыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, киләһе йылдан завод йыл һайын беҙгә 100 берәмеккә тиклем машина комплекты ебәрәсәк. Йыйылған техника төрлө төбәк аграрийҙарына һатыласаҡ.
Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-12-08/belarus-2103-be-yyyylasa-2610834