Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 15:38

Өфө мәктәптәренең береһендә боросло баллончиктан һиптергәндәр

Өфөнөң 127-се мәктәбендә боросло баллончиктан һиптергәндәр. 

Өфө мәктәптәренең береһендә боросло баллончиктан һиптергәндәр
Өфө мәктәптәренең береһендә боросло баллончиктан һиптергәндәр

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, 14 һәм 10 йәшлек ҡыҙҙар дауаханаға оҙатылған. Ошо хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр. Әлеге хәл бөгөн, 3 декабрҙә, өсөнсө ҡатта, бәҙрәф янында булған.

«Урынға медицина хеҙмәткәрҙәре, Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығы вәкилдәре, полиция килгән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Белем биреү дауам итә, балалар икенсе ҡаттағы кластарға күсерелгән», — тип белдерҙеләр матбуғат хеҙмәтендә.

Мәктәп хеҙмәткәрҙәре бүлмәләрҙе елләткән.

UPD. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ағыуланған 14 йәшлек ҡыҙҙы 17-се дауаханаға һалғандар. Уның хәле уртаса ауырлыҡта. Ун йәшлек ҡыҙ ата-әсәһе менән дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.

https://bash.bashinform.ru/news/law/2021-12-03/f-m-kt-pt-rene-bere-end-boroslo-ballonchiktan-ipterg-nd-r-2605441

Фото:Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәте 

Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: