Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2021, 15:14

Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәндәре шулдыр...

Туғыҙ йылдан һуң ғәйеплене асыҡлағандар. Ул ирҙең ҡатыны булып сыҡҡан.Тулыраҡ: 

Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәндәре шулдыр...
Беҙ ҡапсыҡта ятмай, тигәндәре шулдыр...

Бынан бер нисә йыл элек Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында 52 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла, тәфтишселәр уның башына һуғып үлтерелгәнлеген асыҡлай, тип яҙған "Горообзор". Ә  ҡатыны был мәлдә өйҙә йоҡлап ятҡанын, бер ни ҙә ишетмәгәнлеген белдерә. Ғәйеплене асыҡлай алмайҙар ул ваҡытта, шулай итеп, был енәйәткә туғыҙ йыл үтеп тә китә.

Быйыл тәфтишселәр эште яңынан ҡарай, тикшереү эше дауам итә. Таныштарынан, күршеләренән йәнә һорау алалар. Һөҙөмтәлә ишетмәнем дә, күрмәнем дә тигән ҡатынына шик төшә. Шулай итеп, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерелгәс, ҡатын иренең башына үҙе етеүен таный.

Баҡтиһәң, ирле-ҡатынлы тыныс ҡына йәшәмәгән, йыш ҡына талашҡандар. Тиҙ тоҡаныусан, ҡыҙыу ҡатын ирен һәр ваҡыт туҡмар булған. Уға хатта күршеләре менән дә һуғышып китеү бер ни тормаған.

2012 йылдың 16 апрель көнөндә лә ирле-ҡатынлы икәүләп спиртлы эсемлектәр эскән, аҙаҡ йәнә лә талашып киткән. Эш һуғышыуға барып еткәс, ҡатын иренең башына утын ағасы менән тондора ла бер ни булмағандай өйгә инеп ята. Икенсе көндө атаһының үле кәүҙәһен ҡыҙҙары тап итә. Шулай туғыҙ йыл үткәс кенә ауыр енәйәт асылған. Әммә ҡатын үҙенең ғәйебен өлөшләтә генә таный.

Әлеге мәлдә был енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Фото БР Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: