Даирә
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 10:03

Фатиха МИҢЗӘЛӘ СИРҒАЛИНА ХИКӘЙӘ

Бер нисек тә бер үҙе барырға йөрьәт итмәне, училище бөтөп, Ниязға кейәүгә сыҡҡас ҡына икәүләшеп барҙылар әсәһенең ауылына. Мәрзиә Әнүәр ҡыҙы Хәкимова, ауылдаштары таныны исем-шәрифен, әммә ныҡ ҡына "боҙолған" булыуы, аҙаҡ алыҫҡа сығып олағыуы, бер хәбәр-хәтере булмауын әйттеләр. Күңеле ныҡ төштө. Нияз янында үҙенең эскесе ҡатын балаһы булғанына түбәнһенде. Шулай онотолғайны ла кеүек был хәл, тик асыуы ҡабарһа, иренең һәр саҡ тырнап алырға яратҡан яраһы был юлы ла ҡабат ҡанһыраны.

Фатиха                МИҢЗӘЛӘ СИРҒАЛИНА ХИКӘЙӘ
Фатиха МИҢЗӘЛӘ СИРҒАЛИНА ХИКӘЙӘ

Соланда ниҙер "таңҡ" иткәндәй тауыш биргәнгә, еңелсә кейенеп ишек-ҡапҡа тирәһен ҡарап инде. Сасҡау һыуыҡ ғинуар төнө. Утыҙ градусҡа яҡынлап килгән һыуыҡ солан таҡталарын шулай тауышландыра икән. Төн уртаһы булһа ла, ҡулына гәзит алып ҡараны, күҙ хәрефтәр буйлап йүгерһә лә, күңеле бөтөнләй икенсе яҡта аҙашып йөрөп, аңлай алманы. Сәйен яңыртып та, тулы сынаяғы эселмәй һыуынды. "Аллам һаҡлаһын, үҙенә ҡаты булһа ла, Ниязы имен йөрөһөн инде, улдарым ҡалайтыр ҙа үҙем нишләрмен?" – тигән уй мейеһен сыйып үтте. Керпек ҡаҡмай таң етеүгә, уйҙарҙы ҡасырып йоҡо баҫты. Тыныс булманы тик йоҡоһо, берсә тертләп, берсә илап һаташып уянып йөҙәне.


Иртән малдарҙы асып, бесән һалырға тип кәбән башына менгәс, шәп атлап үҙҙәренә табан килгән фельдшер Шәрифәне күргәс, йөрәге жыу итеп ҡалды. "Әллә бер бер хәл булдымы икән?"


Булған икән шул. Нияз ағас бысып торған саҡта ҡалғып ултырған икенсе ағас өҫтөнә тиерлек ауған. Хәле билдәһеҙ тине, район үҙәгенә ашығыс документтарын алып барырға кәрәклеген әйтеп китте Шәрифә.

Мәрйәм ҡулына һәнәк тотҡан килеш албарғып байтаҡ торҙо. Йәһәтләп ары-бире бесән һелтәп, документтарын барлап юлға сыҡты. Автобус күптән киткән, эләгә-һарҡа төш яҡынлауға барып етте район үҙәгенә.

Нияз реанимацияла. Хәле бик хөрт. Яһалма тын алдырыу аппараты аҫтында ятҡан иренең битендә ҡан төҫө ҡалмаған, ап-аҡ. Аңында түгел. Күп ҡан юғалтҡан. Табиптарҙың теленән ҡан кәрәклеген, ҡиммәтле дарыуҙар юҡлығын ишетеп әсенде. Бер хәрәкәтһеҙ ятҡан иренең янына даими ҡараусы кәрәклеген дә аңланы. Ҡайһылай итергә? Ҡалала уҡыған өлкән улын ҡайтарыр ине лә, уҡыуы ҡала, үҙе килһә, бар донъяһы ҡарауылһыҙ.

Мәрйәм ни ҡылырға ла белмәй бер килке иренең хәрәкәтһеҙ кәүҙәһенә ҡарап торҙо. "Эй, Хоҙайым! Әле генә ер емерерҙәй булып йөрөгән кешене ана ни рәүешле һалып та ҡуйҙың һуҙып?!"


Ҡайтып, өй ҡураны күршеләр менән һөйләшеп ҡалдырырға уйлап, юлға сыҡты. Башы һуғылыуҙан күҙ төбөнә төшкән күкте, һыҙырылған иренен шәл менән ҡапларға тырышып, таныш-тоноштар тап булып ҡуймаһын тип уңайһыҙланып шәпләп атланы. Кисләтеп башлаған һепертмә буран ҡайтып етеүгә буйтым көсәйҙе. Урамдарына етә килә ҡәйнәһенең шәлгә уранып ҡапҡа тышында тороуын күреп ҡурҡып китте. "Әллә ишетте микән?"
Мәрғүбә әбей балаларының тәҙрәһендә ут, мөрйәләрендә төтөн күренмәгәнгә аптырап ҡапҡа тышын ҡыҙыра ине шул, ҡыйып инергә генә баҙнат итмәне. Йә Ниязы ҡаршы килеп сығыр тип ҡурҡты. (Йә Хоҙай, үҙ балаңдан өрк инде?!)


Мәрйәм әбейҙең күңелен, хәлен аңлап, Нияздың ҡазаһын өҫтөн генә һөйләп бирҙе. Тик иҫһеҙ, күп ҡан юғалтыуын өндәшмәне. Ап-аҡ шәлгә уранған Мәрғүбә әбей был хәбәрҙән кесерәйеп ҡалғандай тойолдо Мәрйәмгә. Бала бит инде, ни тиһәң дә!


Был төндө лә тамсы йоҡоһоҙ үткәрҙе ҡатын. Тәне түгел, күңеле һыҙланы. Баш баҫып барырҙайы юҡ, кемдән ярҙам өмөт итергә? Бар йыйған-төйнәгәндәренә көҙөн "Беларусь" алып ҡуйғайнылар. Йығып һуйып һатыр мал да юҡ, һыйырҙары еленләп тора. Ҡайһылайтырға?
Уйҙарын төн тимәй ҡапҡа келәһен күтәргән тауыш бүлде. Кем икән? Яй ғына атлаған аҙымдар ҡар өҫтөндә еңел генә тауыш сығара. Бала-саға тиер инең, төн.

Был Мәрғүбә әбей булып сыҡты. Ҡулъяулыҡҡа төргән аҡсаһын усына йомоп, таңдан юлға сығыр килененең хәсрәтен, йоҡо бирмәгән ҡайғының бик ҡаты икәнен ҡайҙан белгән тиһең?! Хәйер, килен булып төшкәне бирле бар уй-теләген һиҙеп торҙо бит ҡәйнәһе. Ниязы менән һүҙгә килешһә лә, ҡәйнәһе менән һис телләшмәнеләр. Аңланылар бер береһен, хатта һүҙһеҙ. Был юлы ла шулай.
Ҡәйнәһенең терәк булып йәшәүенә ҡыуанған Мәрйәм, яңы тыуған көндән ҡыуаныс көтөп, бураны тымған, көрт баҫҡан урамдан юл ярып ҡалаға юлланды.


Әсәй күңеле һиҙгер шул. Ниязының бәйеле аҙып киленгенәһен ғәйепһеҙгә ғәйепләп йолҡҡолап тиерлек һелтәүенән үк бәлә килерен һиҙенә ине Мәрғүбә әбей. Тәнен йәне генә ташламаһа, бирешмәҫ, һынған-сыҡҡан ерҙәре лә йүнәлер, әҙерәк имәүҙерәк ҡыланыр башҡаса, бәлки, аңлаһа, тип үҙен үҙе йыуатты. Бына Мәрйәм киленен генә йәлләй, әле бында, әле тегендә саба. Ҡыш көнө юл йөрөүе лә ауыр бит.  

Теле менән әйтмәһә лә, күҙҙәренән аңлап торҙо бит уны Мәрғүбә әбей, хатта килен булып яңы төшкән сағынан уҡ. Ниязы ҡаланан эйәртеп етәкләп килеп ингәс тә күңеленә ятты. Ауыҙ тултырып ҡоҙағый тип өндәшер кешеһе булмауына бер аҙ эсе бошто-бошоуға, шулай ҙа белгертмәне. Йәлләне килен балаһын.


Етем ҡорһағы ете ҡат, ҡат ҡатына китеп тора, имеш, тип юҡҡа әйтмәгән икән ололар борон. Юҡ, ризыҡ ҡыҙғанғандан түгел, балалар йорто ғәҙәтеме, кеҫәһенә икмәк, йә башҡа ризыҡ һалып алып ашауҙы бер килке ташлай алмай аҙапланды үҙе. Ипле генә бер-ике әйтеүҙә, үпкәләмәй, үсекмәй аңлап, был ғәҙәтенән дә арындырҙы ҡәйнә кеше. Әсе теллеләрҙең "бирнәһеҙ килен", "етем килен " тигән һүҙҙәрен дә ишетмәй, үҙ ҡыҙына әҙерләгәндәй итеп түшәк-ҡаралты йүнәтеп, өйҙәренә сыҡҡанда өр-яңы һандыҡҡа һауыт-һаба тултырып оҙатты. Тиң бәхетле ғүмерҙәренә донья малы етешһеҙлеге мәшәҡәт һалмаһын тип тырышты. Килене лә аңлап ҡына торҙо үҙен, һыйыр һауырға, айыртырға, һөт ризыҡтары йүнәтеүгә, ҡыштарын бәйләм, тегеү серҙәрен бүлешеүгә ылығып, ҡул аҫтына инеп кенә килде. Яңылыша, тағы яңылыша, ҡул һелтәмәй, ҡара тырышланып барыбер үҙе теләгәнсә эшләп ҡуйыр холҡон бигерәк яратты Мәрғүбә.

Тик әсәһе менән артыҡ дуҫ булып сөкөрләшеп эш итеүҙәрен Ниязы ғына үҙ итмәне. Хәйер, ҡустыһынан да шулай ҡыҙғанғайны бала саҡта. Бер мөйөшкә китеп үсегеп, көндәр буйы тамаҡ ашауға ла ҡарышып ыҙалатыр ине. Әрменән ҡайтып һабантуйға сабышҡа ат өйрәтәм тип йөрөгән еренән аттан ҡолап ҡына әрәм булды кинйәкәү улы Нәҙер генәһе. Ошо көндә яңғыҙ ҙа ултырмаҫ ине әле, өйләнер, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп кинәнеп үткәрер ине көнөн. Яҙманы, яҙмышҡынаһы шулай булғандыр инде...


Киленен юлға оҙатып ҡалғандан баш терәп ятманы бөгөн Мәрғүбә. Дарыу төймәләрен дә ҡапманы, тәнендә ниндәйҙер еңеллек тойоп, келәтенән табаҡҡа он өйөп индерҙе, мейес ҡашағаларына ҡунған саңды һөртөп аҡлап ҡуйҙы. Түңкәреүҙе ятҡан ҙур кәстрүл, сөгөндәрен күреп, оло ғаиләһенә тамаҡ йүнәткән саҡтарын иҫләп илап та алды. Тимер күкрәкле зыңғыр сепараты ла аҡ төҫөн онотоп "ҡороп" ҡалған, оло мейестә көн аралаш икмәк һалған ҡара суйын табалары ла етемһерәп ҡырын йығылған. "Үә-ә-ә-әй, бар ине бит! Кем уйлаһын инде шулай ҡош балалары ише таралышып китерегеҙҙе, балалар!"

Күңеле йомшарып, һәр ҡашығаяғын һыйпап уҡ алды. Урындыҡ тәңгәленә бабайы ҡатып ҡуйған урҙа өҫтөндәге кейем-һалымын ҡалҡытып, йәш саҡтарын хәтерләтер аҡ суҡлыҡай ғына кизе шәленә төртөлдө ҡарашы. Аҡ ерлеккә төшкән ҡып-ҡыҙыл эре сәскәләр! Хатта башына һалырға ҡыҙғанып урҙала ғына тотто бит үҙен, саңланып бөттө инде. Бер аҙ ҡағып-һуғып, кире бөкләп элеп ҡуйҙы. Балитәкле күлдәктәре, кәзәкей камзулдар ҙа ҡағылып кире ҡуйылды, ҡасандыр үҙ ҡулдары менән һуҡҡан дебет шәлен дә ентекләп тикшереп урҙаға кире теҙҙе, һиҙәптәре һары етендәй, тик һандал төҫлө күкрәксәһен тотоуға әллә ни булды ла ҡуйҙы. Күҙ алдары аҡлы-ҡаралы томанланып, бер туҡтауһыҙ йондоҙҙар һикереште, арҡа буйынан зымбырлатып ниҙер үтеп, соңҡаны тотоп, башты ҡоршау биләне. Аяҡтар, ебеп, быуынын юғалтты. "Тотто! Дәвлинйә тотто тамам!"


-— Ыһ... ыһ...

Аяғы аҫтында ер тоймағандай, быуынһыҙ йығылып барған ерҙән, ян-яҡтан таяу эҙләгән ҡулдар матҡып бер ҡосаҡ кейемдәрҙе үҙ өҫтөнә ауҙарып, урындыҡ өҫтөнә ҡоланы.


-— Ыһ... килен... балам...ыыыһ...


Мәрғүбә ҡарсыҡ аяҡтары ауырлығын да тоймай әллә күктән әллә ҡайҙан бушлыҡтан атлап бара. Башында аҡ суҡлыҡай шәле, сылт аҡ япмалы оҙон күлдәге. Тәне шундай еңел, артына боролоп ҡарай: унда бер-ике аҙым ҡала Ниязыы килә.

– Кил, етәкләйем, балам!
Уныһы ғәҙәттәгесә өндәшмәй, башы баҫынҡы. Үсеккән тимәк.

– Әсә-ә-ә-әй, мин бында-а-а-а!

Мәрғүбә алға ҡарай, ана-а-а-а, э-э-эй, үҙе-е! Нәҙер улы көтөп тора икән ишек асып. Сәйер... нишләп улының ҡанаттары бар икән? Тыуҙырғанда ҡанатһыҙ ине лә?! Нияздың ҡылтайып артта ҡалыуы бына нимәгә икән?


Һағынған кинйәкәүен! Аҙымдарын ҡыҙыулатып атлауға, суҡлы шәл остары ҡулдарға ҡағылып ҡанаттарға әйләнеп, йәйелеп, алға әйҙәне. Еңе-е-ел... Осто-о-о!


– Ния-а-а-аз!!! Ҡалма, бала-а-ам! Аҙашып ҡуйма-а-а!
Ҡапҡа асып көтөп торған аҡ ҡанатлы ҡошсоғон эйәртеп инеп китте аҡ суҡлы яулыҡлы йән...

Фото: ksuksa-nn.livejournal.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: