Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 15:51

Балаһының йәнен ҡыйған әсәне ниндәй яза көтә?

Бер ниндәй яза ла ҡатындың яман ҡылығын аҡлай алмаҫ...  

Балаһының йәнен ҡыйған әсәне ниндәй яза көтә?
Балаһының йәнен ҡыйған әсәне ниндәй яза көтә?

Был фажиғәнең нигеҙендә лә эскелек ята. Ваҡиға Магнитогорск ҡалаһында була.

Башҡортостандан 23 йәшлек ҡатын ете айлыҡ балаһы менән әхирәтенә ҡунаҡҡа килә. Табын эскеһеҙ үтмәй. Рәхәтләнеп ҡунаҡ булып ултырғандарға ҡамасаулап, бәпес илай башлай. Аңы томаланған әсә (был яуызды шулай тип әйтергә яраһа) туҡтауһыҙ илаған баланы алып, ишек яңағына бәрә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар бәләкәсте ҡотҡара алмай, баш йәрәхәттәренән ул һәләк була...

Бәғерһеҙ ҡатын әле һаҡ аҫтында. Прокурор уны 15 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе талап итә.

Фото: bash.news

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: