Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Ноябрь 2021, 10:52

Өйҙә балыҡты нисек тоҙларға?

Табындарығыҙ түңәрәк, күңелегеҙ көр булһын!  

Өйҙә балыҡты нисек тоҙларға?
Өйҙә балыҡты нисек тоҙларға?

Был ризыҡты әҙерләү өсөн беҙгә бер килограмм сельд, алты аш ҡалағы тоҙ, ун хуш еҫле бөртөклө борос, өс аш ҡалағы шәкәр, өс-дүрт лавр япрағы, бер литр һыу кәрәк.

Әҙерләү.

Шәкәрҙе, тоҙҙо, бөртөклө боросто, лавр япрағын һыуға һалып, талғын утта ун минут ҡайнатабыҙ. Алдан иретелгән балыҡтың башын, эсен алмайбыҙ. Һәйбәтләп йыуып, тәрәнерәк һауытҡа һалабыҙ ҙа, өҫтөнә һыуыған маринадты ҡушып, өс тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.

Әҙер булғас, балыҡты өҫтәлгә маринадланған һуған менән ҡуйырға мөмкин.

Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: "Бәйләнештә".

Автор:Рисаля Юмагулова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: