Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Ноябрь 2021, 14:46

Тимер аяҡтарың әҙерме?

Ниһайәт, ҡыш етте. Ҡышҡы спорт төрҙәре - саңғыла, тимер аяҡта шыуыу, хоккей уйнауға күсергә иң ҡулай ваҡыт.

Тимер аяҡтарың әҙерме?
Тимер аяҡтарың әҙерме?

Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә тимер аяҡта шыуырға ярата. Шуға күрә катоктар һәм хоккей коробкаларын боҙға ҡатырыу буйынса эштәр башланды ла инде. Яҡшы сифатлы һәм шыма боҙ ҡатырыу өсөн бер нисә этапта эш алып барырға кәрәк.
"Ҡырмыҫҡалы" спорт-һауыҡтырыу комплексы, Ҡабаҡ, Боҙаяҙ, Һыуыҡ-Шишмә, Һәүәләй, Сахай, Прибельский ауыл биләмәләрендә лә эш башланды.

Барлығы район буйынса 13 боҙ шыуыу урыны әҙерләнәсәк. Рәхәтләнеп шыуырға һәм был спорт төрөнән ҡәнәғәтлек алырға ғына ҡала.



Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: